Братислава грады (словак. Bratislavský hrad) — Братиславалағы иң мөһим үҙәк замок, ул күп быуаттар буйына ҡала панорамаһының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Братислава грады
словак. Bratislavský hrad
Нигеҙләү датаһы 1431
Рәсем
Изображение интерьера
Рәсми атамаһы Bratislavský hrad[1]
Тау һырты Малые Карпаты[d]
Кем хөрмәтенә аталған Братислава
Дәүләт  Словакия
Административ-территориаль берәмек Братислава
Хеҙмәтләндереүсе Великая Моравия[d]
Архитектура стиле готик архитектура[d]
Обитатель Q111784424?
Мираҫ статусы Национальные памятники культуры Словакии[d]
Рәсми сайт bratislava-hrad.sk
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Bratislava Castle[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Bratislava Castle[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Bratislava Castle[d]
Карта
 Братислава грады Викимилектә

Монументаль Град XX быуаттың икенсе яртыһында емереклектәрҙән тергеҙелә һәм ул мең йылдан күберәк словак тарихын сағылдыра, Кесе Карпат армытында, Дунай йылғаһының һул ярындағы ҡаяла халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған юлдар сатында урынлашҡан. Град—ҡаланың төп доминанты булып тора һәм Словакия милли мәҙәниәте ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.

Град емереклектәрҙән тергеҙелгән. Ул элек мысыр пирамидалары барлыҡҡа килгән (2-3 мең йыллыҡта, беҙҙең эраға тиклем) осорҙа замок итеп төҙөлгән булған. Был замок кельттар ваҡытындағы акрополь заманында билдәле була. Бында сиктәре Дунай йылғаһы буйынса үткән Рим империяһының сик нығытмалары торған.

Хәҙерге ваҡыттағы Градтың тарихын Нитран кенәзлеге һәм Бөйөк Моравияның табылған IX быуат базиликалары буйынса күҙәтергә мөмкин. Братислава беренсе тапҡыр йылъяҙмаларҙа 907 йылда телгә алына.

XI быуат уртаһында Град Венгрияның коронация регалиялары һаҡлағысы, ә һуңыраҡ уның жуптарының үҙәгенә әйләнгән, унда кеше йәшәгән манара булдырылған, сиркәү төҙөлгән.

Препошство һәм костел 1221 йылда Подградьяға күсерелә. Феодаль үҙәгенең үҙ аллы үҫеш тарих ы ошонан башлана.

Хәҙерге һуңғы готика монументаль төҙөлөш ҡиәфәтен Град король Сигизмунд Люксембургскийваҡытында 1427 йылда ала. Баштан уҡ замок тура мөйөшлө нығытма ҙур һарайлы, рыцарҙар заллы, хужалыҡ ҡаралтылары, сиркәү һәм эске нығытмалы һәм ҡеүәтле эске башнялы һәм тәрән соҡорҙар менән уратылған замок була. 1431—1434 йылдарҙа бында ике ҡатлы ҙур һарай төҙөйҙәр. Замоктың һуңғы готика стилендәге архитектураһы булыуы тураһында уның тәҙрәләре, порталдары һәм көмбәҙҙҙәре һөйләй.

Хәҙер Град барокко һәм ренессанс дәүере төҙөлөшө йүнәлешендә төҙөлгән тура дүртмөйөшлө бина, уның эсендә ихата тора. Бинаны үҙгәртеп ҡороуҙа итальян оҫталары ҡатнашҡанлығы бинаның элементтарында үҙ сағылышын тапҡан. Һарай төҙөлөп бөткәндән һуң ул Венгрия королдәренең тәхеткә ултырыу тантанаһы урынына әйләнгән һәм Европа короллектәре араһындағы иң матур һарай булып торған. Һарайҙа бай китапхана, картиналар галереяһы булдырылған.

 
Град ихатаһы

Һарайҙа үҙгәртеп ҡороуҙар даими алып барылған. 1760 йылда тағы бер һарай, Терезианум һарайы, Гильдебрандт проекты буйынса төҙөлгән, ул шул дәүерҙең бөйөклөгөн сағылдыра. Һуңынан һарайҙа яңы баҫҡыстар ҡуйыла, бәләкәй сиркәү- часовня, француз террасалары барлыҡҡа килә; был үҙгәрештәр һарайҙың етди ҡеүәтен еңеләйтә. Һарайҙа баҡса, оранжерея, терраса, вольер, йәйге һәм ҡышҡы манеж, ат һарайы, ҡиммәтле тоҡомло аттар булдырыла. Был һарай күркәмлеге буйынса Европаның башҡа илдәрендәге һарайҙарҙан ҡалышмай.

XVIII быуат аҙағындағы Град бөлгөнлөккә төшә. Мария Терезия Иосиф II үлгәндән һуң бында католик руханиҙарҙың уҡыу үҙәге һәм семинарийҙары урынлашҡан.

1811 йылда Град яна, уның хәлен яҡшыртырға тырышыуға ҡарамаҫтан, ул 140 йылдан ашыу емереклек хәлендә тора. Уның яңы тарихы 1953 йылда башлана: һарайҙы яңыртыу эше башлана һәм аҡрынлап ул ҡотҡарыла. Реконструкция 19531968 йылдарҙа А. Пиффл һәм Д. Мартинчек проекты буйынса алып барыла. Реконструкциянан һуң һарай элекке XVIII быуат дәүере аҙағындағы хәленә кире ҡайтарыла.

 
Братислава Грады төндә

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Хәҙерге һарайҙа НР СР экспозицияһы һәм Словакия халыҡ музейы урынлашҡан.

Градтың көнбайыш өлөшөндә Словак республикаһының Халыҡ радаһы депутаттарның кәнсәләре урынлашҡан.

Братислава Грады панорамаһы. СНП күперенән ҡарағанда Братислава күренеше

Һылтанмалар

үҙгәртергә