Борханова Флүрә Булат ҡыҙы

Борханова Флүрә Булат ҡыҙы (10 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2006), профессор (2010). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1986).

Флүрә Булат ҡыҙы Борханова
Тыуған көнө

10 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны

Әзербайжан ССР-ы, Нахичевань АССР-ы, Нахичевань

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

социология

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

социология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Биографияһы

үҙгәртергә

Флүрә Булат ҡыҙы Борханова (Латипова) 1956 йылдың 10 ғинуарында Әзербайжан ССР-ы Нахичевань АССР-ы Нахичевань ҡалаһында тыуған[1].

1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1978—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының Асҡар урта мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булып эшләй.

1980—1983 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән лаборант булып эшләй[2].

1984 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында башта кесе ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.

1988 йылдан Башҡорт дәүләт университетенда эшләй:

  • 1988—1990 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр;
  • 1990—2000 йылдарҙа — иҡтисад һәм социология кафедраһы ассистенты; социология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, доценты; ғәмәли социология кафедраһы доценты;
  • 2000—2003 йылдарҙа — БДУ докторанты;
  • 2003—2006 йылдарҙа — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы доценты;
  • 2006—2015 йылдарҙа — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире;
  • 2015 йылдан — социология һәм йәштәр менән эшләү кафедраһы профессоры[2].

2006 йылда «Современный брак в Башкортостане: гендерные аспекты» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм «социология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен ала.

Бер үк ваҡытта 2007—2012 йылдарҙа — Башҡортостан Фәндәр академияһы Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре, 2012 йылдан — Рәсәй фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы баш ғилми хеҙмәткәре[2].

2006 йылдан Рәсәй социологтар ассоциацияһының Республика бүлексәһе рәйесе вазифаһын башҡара[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре ғаилә һәм никахты анализлауға, был институттарҙың Башҡортостанда торошоноң һәм үҫешенең айырмалыҡтарына, Рәсәй йәмғиәтенең гендер социологияһы проблемаларына һәм уларҙың республикала сағылышына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Ахметова Г. Ф., Валиахметов Р. М., Латыпова Ф. Б. Башкирская женщина: мнения и представления о себе, семье и обществе (по результатам социологического исследования). — Уфа: РУНМЦ Госкомнауки РБ, 2000. — 66 с.
  • Латыпова Ф. Б. Ценностные ориентиры семьи // Экономика и управление. — 2001, № 6. — С. 59-63.
  • Латыпова Ф. Б. Семейно-брачные установки и ценности современной студенческой молодежи. — Уфа: УЮИ МВД РФ, 2001. — 91 с.
  • Женщины с детьми: положение и социальные проблемы в трансформирующемся обществе./ Отв. ред. Дж. М. Гилязитдинов, Е. К. Миннибаев, Ф. Б. Латыпова. — Уфа: Изд-во «Восточный университет», 2003. — 212 с.
  • Бурханова Ф. Б. Современный брак в Башкортостане. — Уфа, РИО БашГУ, 2004. — 325 с.
  • Бурханова Ф. Б. Религиозные обряды в современной брачной практике // Ватандаш, 2004. — № 10. — С. 160—169.
  • Бурханова Ф. Б., Забиров И. У. Карьера руководителей на промышленных предприятиях Башкортостана. — Уфа: РИО БашГУ, 2009. — 176 с.
  • Бурханова Ф. Б. Гендерные аспекты развития человеческого потенциала. Гл.7, п.1-3, 5,7. // Республика Башкортостан. Доклад о развитии человеческого потенциала за 2008 г./ Под общ. ред. Валиахметова Р. М., Бурхановой Ф. Б., Хилажевой Г. Ф. — Уфа: Изд-во «Восточная печать», 2009. — С.188—201, 206—209, 216—220.
  • Бурханова Ф. Б. Терелецкова Е. В. Гендерный фактор в разводах. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2010. — 158 с.
  • Бурханова Ф. Б., Мухамадеева Р. Р. Проблемы семьи и семейной политики в Республике Башкортостан. Результаты социологического опроса экспертов. Препринт./ Институт социально-политических и правовых исследований АН РБ. — Уфа: Гилем, 2010.
  • Бурханова Ф. Б. Семейная политика в России и Башкортостане в оценках экспертов // Социальная политика и социология. Междисциплинарный научно-практический журнал. 2010. № 8. С. 136—155.
  • Бурханова Ф. Б. Смешанные браки как фактор общегражданской интеграции// Евразийское пространство: цивилизационный потенциал тюркоязычных стран и российских регионов в ХХI веке. Материалы IV Международного Конгресса социологов тюркского мира 4-6 октября 2011 г. — Уфа: Гилем, 2011. — С.54-57.
  • Бурханова Ф. Б. Этнический фактор, семья и брак // Глобальная социальная турбулентность и Россия. Международная научная конференция «Сорокинские чтения — 2011»./Под ред. В. И. Добренькова. — М.: Университетская книга, 2011. — С.94-95. ISBN 978-5-91304-241-5.
  • Хилажева Г. Ф., Галин Р. А., Утяшева И. Б., Бурханова Ф. Б. Этнические аспекты демографических процессов// История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Т. VII. — Уфа: Гилем, 2012. — 424 с. — С. 121—148. ISBN 978-5-4466-0040-3.
  • Семья и человеческое развитие. Доклад о развитии человеческого потенциала в Республике Башкортостан. / Под ред. Валиахметова Р. М., Бурхановой Ф. Б., Хилажевой Г. Ф. — Уфа: Восточная печать, 2013. — 283 с. (Гл.1,2, 9, п.9.4).
  • Бурханова Ф. Б. Создание семьи: современные тенденции в Башкортостане// Вестник Института социологии РАН. 2014. — № 01 (08). С.90-107.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Фән өлкәһендә Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1986, коллектив составында)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Борханова Флүрә Булат ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Бурханова Флюра Булатовна. Институт социологии РАН (29 октябрь 2017). Дата обращения: 10 март 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә