Бордунов Виталий Дмитриевич

Бордунов Виталий Дмитриевич (5 июль 1943, Мәскәү24 август 2018, Мәскәү) — юрист, халыҡ - ара хоҡуҡ һәм транспорт хоҡуғы проблемалары; белгесе, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетын (РУДН) тамамлаған (1971), юридик фәндәр кандидаты, диссертацияһы йыһан техникаһы саралары менән файҙаланыуҙың хоҡуҡи проблемалары хаҡында (1975); Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының (РУДН) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры (2001-2011); Рәсәй ТПП ҡарамағындағы Халыҡ-ара арбитраж суды арбитры һәм ИКАО эксперты.

Бордунов Виталий Дмитриевич
Тыуған көнө

5 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Вафат көнө

24 август 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (75 йәш)

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр кандидаты

Биографияһы

үҙгәртергә

Бордунов Виталий Мәскәүҙә 1943 йылдың 5 июлендә тыуған ; 1971 йылда ул Патрис Лумумба исемендәге халыҡтар дуҫлығы университетын тамамлай — артабан ул СССР ФА Дәүләт һәм хоҡуҡ институтының (ИГП) саспирантураһына уҡырға инә. 1974 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын профессор Борис Клименко етәкселегендә яҡлай, темаһы «Международно-правовые проблемы изучения природной среды с помощью средств космической техники» , бынан һуң юридик фәндәр кандидаты була.

1971 йылда Бордунов Совет халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһы ағзаһы була; 1974 йылда СССР Фәндәр академияһының Дәүләт хоҡуғы институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай, бер-бер артлы: кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаларын биләй, был институттың халыҡ-ара диңгеҙ, һауа һәм йыһан секторында 1992 йылға тиклем эшләп килә. 2001-2011 йылдар осоронда ошо Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының (РУДН) бер өлөшө булған юридик факультетындағы халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында профессор була.

Бордунов, дөйөм алғанда, байтаҡ Донъя дәүләттәренең халыҡ-ара донъя һауа хоҡуҡтарын үҫтереү һәм кодификациялау мәсьәләләре буйынса конференциялар нда Рәсәй рәсми делегацияһы составына инә. 1996-1999 йылда ул 1929 йылғы Варшава конвенцияһын үҙгәртеү мәсьәләһенә Рәсәй Федерацияһының позицияһын әҙерләүсе эшсе төркөм етәксеһе булып тора. Аҙаҡ, 2000 һәм 2001-се йылдар араһында Кейптаун конвенцияһына хәрәкәт итеүсе ҡорамалдарҙы гарантиялау тураһындағы мәсьәләгә Рәсәй позицияһын әҙерләүсе эшсе төркөм етәксеһе була. Конвенция 2001 йылда ҡабул ителгән.

Бынан тыш,Виталий Бордунов СССР тарҡалғандан һуң Мәскәүҙә ойошторолған Бойондороҡһоҙ халыҡ-ара хоҡуҡ институты идаралығының рәйесе була, Ул шулай уҡ Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы (РФ ТПП) эргәһендә булған Халыҡ-ара коммерция арбитраж суды арбитры була. Бордунов шулай уҡ Граждандар авиацияһының халыҡ-ара ойошмаһы эксперты була һәм шундай уҡ вазифаны РФ Дәүләт думаһының транспорт комиссияһында ла башҡара. «Джон Тайнер һәм партнер» адвокаттар коллегияһының халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса советнигы булып тора; Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһының төп ғилми хеҙмәткәре позицияһын биләй. 2018 йылдың 24 авгусында вафат була.

Виталий Бордунов ике йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора (күләме 150 самаһы баҫма биттәрендә); ул халыҡ-ара транспорт хоҡуғы, космик хоҡуҡтар, халыҡ-ара хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса белгес. Уның эшмәкәрлеге халыҡ-ара ойошмаларҙың халыҡ-ара һауа хоҡуғы һәм хоҡуҡи мәсьәләләрҙе тикшереүе менән бәйле. Бордунов фекеренә ярашлы, «һауа-ара хоҡуҡ системаһы» төшөнсәһе «халыҡ-ара осош хоҡуҡтары» һәм «халыҡ-ара хәбәрләшеү һәм йөк ташыу хоҡуғынан» тора[1]:

  • Космос. Земля. Право. — Москва : Междунар. отношения, 1978. — 133 с.
  • «Правовой механизм деятельности международных авиационных организаций» (М., 1989).
  • «Правовое регулирование международных полетов воздушных судов» (в соавторстве с А. И. Котовым и Юрием Малеевым);
  1. Лю Синь. Формирование и развитие международно-правовой системы регулирования международных полетов гражданских воздушных судов, 2011.
  • Российская ассоциация международного права, 1957—2007 : биографический словарь / [А. Х. Абашидзе и др.]. — [Санкт-Петербург] : [Изд. дом СПбГУ] : [Изд-во юридического фак. СПбГУ], 2007. — 322 с.; ISBN 978-5-9645-0087-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә