Бордж Tamentfoust (ғәр. برج تامنفوست‎) — Алжирҙың Таментфуст ҡалаһы янында Ғосман империяһы осоронан ҡалған ҡәлғә. Ғосман империяһы осоронда Алжирҙа оборона өсөн бер нисә Форт төҙөлгән, Бордж Таментфуст шуларҙың береһе. Алжирҙа Бордж Таментфуст фортынан башҡа тағы бер нисә форт һаҡланып ҡалған, ҡаһы берҙәре емерелгән. Форт Таментфуст ҡалғыулығынан иң бейек урынында, Алжир ҡултығының көнбайышында төҙөлгән[1].

Бордж Таментфуст
Рәсем
Дәүләт  Алжир
Административ-территориаль берәмек Таменфуст[d]
Карта

Бордж Таментфуст

Форт 1661 йылда Исмәғил паша хакимлек иткән осорҙа төҙөлә. Һуңынан, 1685 йылда Италиян сығышлы төрөк наместнигы Хөсәйен Мозоротто фортта реконструкция эштәре үткәрә. Төҙөлөү теүәл датаһы бәхәсле булып ҡала. Француз тарихсыһы Эмиль Бутин билдәләүе буйынса, форт 1668 йылда Авраам Дюкейн етәкселегендә француз армияһы Алжирҙы утҡа тотҡан ваҡытта оборона өсөн төҙөлгән. Икенсе француз тарихсыһы Жорж Марсэ әйтеүенсә, форт 1722 йылда Мөхәммәт Дэй-Паша хакимлеге осоронда төҙөлгән[1].

Людовик XIV приказы буйынса адмирал Жан Д’Эстре 1688 йылда фортҡа һөжүм итә. 1830 йылдың 23 июлендә фортта француздарға ҡаршы рәсми рәүештә йыһат иғлан ителә, йыйылышта төбәктең бер нисә ырыу башлыға ҡатнаша, шул иҫәптән Бани Хәлил, Бани әл-Хашана һәм Бани әс-Сабт.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Форт һигеҙҡырлылыҡ формаһында төҙөлгәгән, эсендә ун бер бүлмә бар. Бүлмәләр өс төркөмгә бүленеп һигеҙҡырлылыҡтың ете яғында урынлашҡан. Бүлмәләрҙең береһендә намаҙ уғыу өсөн михраб ҡуйылған, бүлмә артыҡ бер нисек тә биҙәлмәгән. Бүлмәләр өҫтөндә амбразуралы таш стена баррикадалары ҡуйылған. Диуар эре таштарҙан төҙөлгән, бейеклеге соҡор төбөнән иҫәпләгәндә туғыҙ метрға етә. Форттың төкәтмәһе булып икенсе "Бордж Әл-Ingliz" (ғәр. برج الإنجليز‎) форты төҙөлгән, был ҡәлғә лә соҡор менән уратып алынған[2]

.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 برج تامنفوست 2018 йыл 9 ғинуар архивланған. Ҡалып:Архивировано. الموجز الوطني للدراسة والبحث في الحركة الوطنيةة Retrieved January 10, 2018. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Cn» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. برج تامنفوست Museum with no Frontiers. Retrieved January 10, 2018.