Болгар грамматикаһы (Неофит Рильски)
„Болгар грамматикаһы“ (ул ваҡыттағы болгар орфографияһы менән „Болгарска грамматіка“) 1835 йылда иеромонах Неофит Рильски тарафынан сығарылған болгар теленең тәүге грамматика китабы. Сербия Кенәзлегенең ул ваҡыттағы баш ҡалаһы -- Крагуевац ҡалаһында донъя күргән.
1835 йылда Габрово ҡалаһында асылған болгар мәктәбе болгар халҡының төп уҡыу һәм мәғрифәтселек мәркәзенә әүерелгән. Уҡытыусыларҙың береһе, иеромонах Неофит Рильски, Бухарест ҡалаһында Белл-Ланкастер методын өйрәнеп, артабан үҙенең „Българска граматика“ китабына нигеҙләнгән яңы болгар теленә өйрәтеү методикаһын яҙған. „Филологическо предуведомление“ тип аталған инеш һүҙҙә яңы әҙәби болгар теленең берҙәм булыуын кәрәклеген шулай аңлата:
Явно е прочее всякому, защо е потребна една обща грамматика за сичката Болгария, по която требува сички да последуват своите списания...[1] |
Китабында йәнле һөйләү теленә хас булған ҡайһы бер күренештәрҙе тасуирлай: алмаштарҙың ҡыҫҡа формаларын („ме“, „те“, „се“) һәм артиклде ҡулланыу ҡағиҙәләрен тасуирлай, шул уҡ ваҡытта сит телдәрҙән (бигерәк тә төрөк һәм грек һүҙҙәрен) саманан тыш ҡулланмауҙы хуп күрә. Ошо һүҙҙәрҙең ҡыҫҡаса һүҙлеге китаптың һуңғы өлөшөн тәшкил итә, уларға тап килгән „урыҫ“ (русийски) һәм „славян“ (славенски) һүҙҙәре лә шунда бирелә.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Болгарска грамматіка, стр. 3.