Болгарияның административ бүленеше

Административ яҡтан Болгария  28 өлкәгә (болг. област област), өлкәләр бөтәһе 264 общинаға (болг. община община) бүленә. Общиналарға кметтар идара итә. Өлкәләрҙә үҙәк дәүләт идаралығын «өлкә идарасылары» тормошҡа ашыра, уларҙы Министрҙар советы тәғәйенләй. Европа берләшмәһенең № 1059/2003 регламентына ярашлы, Болгария территорияһы беренсе кимәлдәге бер һәм икенсе кимәлдәге алты төбәккә бүленә. Улар административ-территориаль берәмек түгел, ә илдең статистика зонаһы ғына булып тора.

Урындағы үҙидаралыҡ

үҙгәртергә

Общиналар урындағы үҙидаралыҡ тормошҡа ашырылған төп административ-территориаль берәмектәр булып тора.

Һәр общинаға кмет идара итә, ул община граждандары тарафынан тура, тиң һәм йәшерен тауыш биреү юлы менән  4 йылға бер һайлана. Үҙәк власть етәкселәре булған президенттан, премьер-министрҙан айырмалы, кмет өсөн вазифала булыу буйынса мөҙҙәт сикләүе юҡ. Мәҫәлән, 2007 йылда Божуркала урындағы һайлауға Хрюстен Әхмәтов унынсы тапҡыр еңеп сыға, шул мәлгә ул кмет вазифаһын 36-сы йыл рәттән биләгән була.

Урындағы үҙидаралыҡ органдары «община советтары» (болг. Общински съветиОбщински съвети) тип атала. Община советтарының ағзалары  «община вәкилдәре» (болг. общински представители общински представители) тип йөрөтөлә. Улар урындағы һайлауҙа бюллетендә кметлыҡҡа кандидат артынан яҙыла һәм һайлау һөҙөмтәләренә тура нисбәттә совет составына индерелә.  Община советы кметҡа общинаға идара итеүҙә ярҙамлаша (уларҙың күпселеге ғәҙәттә кмет ингән партияға йә коалицияға ҡарай) һәм уның эш-ғәмәлдәренә контроллек итә. Община вәкилдәре советтың һәр ултырышынан һуң эш хаҡы ала, ләкин был гонорарҙар бер ваҡытта ла тиерлек уларҙың төп килеме түгел. Ваҡ общиналарҙа ерле интеллигенция вәкилдәре — юристар, табиптар, эшҡыуарҙар — община вәкиле итеп һайлана. Община ҙурыраҡ булған һайын, уның советында эре бизнес вәкилдәре һәм профессиональ сәйәсмәндәр күберәк.  

500-гә тиклем кешеле общиналар  иң яҡын  округ ҡалаһының кметы ҡала өсөн тауыш бирә, һуңынан уға ҡаланан кмет наместнигы тәғәйенләнә. 

Өлкә хакимиәте

үҙгәртергә
 
Болгарияның өлкәләре

Болгария территорияһы 28 өлкәгә бүленә, уларҙың һәр береһенә тиҫтәләгән община инә. 

Өлкәләр үҙәк дәүләт идаралығы башҡарылған төп административ-территориаль берәмек булып тора. Өлкәләргә өлкә идарасылары  (Областен управител) етәкселек итә, уларҙы Министрҙар советы тәғәйенләй. 

Полиция, һаулыҡ һаҡлау, экологик күҙәтеү кеүек һәр төбәк хеҙмәтендә министрға тиклем үҙ субординацияһы бар. Өлкә идарасылары төрлө үҙәк дәүләт хеҙмәттәренең урындағы кимәлдәге эшмәкәрлеген көйләүгә етәкселек итә. 

Общиналарҙың һәм өлкәләрҙең атамалары уларҙың административ үҙәктәренең атамаларына тап килә. София ҡалаһы София өлкәһенең дә, София ҡала өлкәһенең дә административ үҙәге булып тора. 

Болгарияның өлкәләре

үҙгәртергә
Өлкә Халҡы,

кеше (2001)[1][2]

Халҡы,

кеше (2011)[1][2]

Халыҡ һанының үҫеше,

(2001/2011)[1]

Майҙаны,

км²

Тығыҙлығы,

кеше/км²

Муниципалитеттар һаны
1 Благоевград өлкәһе 341 173 323 552 -5,2 % 6449 50,17 14
2 Бургас өлкәһе 423 547 415 817 -1,8 % 7748 53,67 13
3 Добрич өлкәһе 215 217 189 677 -11,9 % 4720 40,19 8
4 Габрово өлкәһе 144 125 122 702 -14,9 % 2023 60,65 4
5 Хасково өлкәһе 277 478 246 238 -11,3 % 5470 45,02 11
6 Кырджали өлкәһе 164 019 152 808 -6,8 % 3209 47,62 7
7 Кюстендил өлкәһе 162 534 136 686 -15,9 % 3084 44,32 9
8 Ловеч өлкәһе 169 951 141 422 -16,8 % 4129 34,25 8
9 Монтана өлкәһе 182 258 148 098 -18,7 % 3636 40,73 11
10 Пазарджик өлкәһе 310 723 275 548 -11,3 % 4459 61,80 11
11 Перник өлкәһе 149 832 133 530 -10,9 % 2392 55,82 6
12 Плевен өлкәһе 311 985 269 752 -13,5 % 4337 62,20 11
13 Пловдив өлкәһе 715 816 683 027 -4,6 % 5962 114,56 18
14 Разград өлкәһе 152 417 125 190 -17,9 % 2637 47,47 7
15 Русе өлкәһе 266 157 235 252 -11,6 % 2803 83,93 8
16 Шумен өлкәһе 204 378 180 528 -11,7 % 3390 53,25 10
17 Силистра өлкәһе 142 000 119 474 -15,9 % 2846 41,98 7
18 Сливен өлкәһе 218 474 197 473 -9,6 % 3544 55,72 4
19 Смолян өлкәһе 140 066 121 752 -13,1 % 3193 38,13 10
20 София 1 170 842 1 291 591 +10,3 % 1345 960,29 1
21 София өлкәһе 273 240 247 489 -9,4 % 7059 35,06 22
22 Стара-Загора өлкәһе 370 615 333 265 -10,1 % 5152 64,69 11
23 Тырговиште өлкәһе 137 689 120 818 -12,3 % 2716 44,48 5
24 Варна өлкәһе 462 013 475 074 +2,8 % 3818 124,43 12
25 Велико-Тырново өлкәһе 293 172 258 494 -11,8 % 4662 55,45 10
26 Видин өлкәһе 130 074 101 018 -22,3 % 3033 33,31 11
27 Враца өлкәһе 243 036 186 848 -23,1 % 3620 51,62 10
28 Ямбол өлкәһе 156 070 131 447 -15,8 % 3336 39,40 5
Бөтәһе 7 928 901 7 364 570 -7,1 % 110 772 66,48 264

Болгарияның төбәктәре

үҙгәртергә

Болгарияның төбәктәре —  Европа берләшмәһенең 1059/2003-сө регламентына ярашлы ойошторолған территориаль берәмектәр. Төбәктәр, Европа берләшмәһендә ҡулланылған территориаль берәмектәрҙең дөйөм классификацияһына ярашлы, төбәктең үҫешен планлаштырыу, программалаштырыу, идара итеү, ресурстар менән тәьмин итеү, күҙәтеү һәм баһалау статистикаһын алып барыу маҡсатында булдырыла. Был төбәктәр административ-территориаль берәмек түгел, ә илдең статистик зонаһы ғына булып тора. Болгария территорияһы беренсе кимәлдәге ике төбәккә һәм икенсе кимәлдәге алты төбәккә бүленә:

"Төньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Болгария" төбәге:

  • Болгарияның Төньяҡ-Көнбайыш төбәге
    • Видин өлкәһе
    • Враца өлкәһе
    • Ловеч өлкәһе
    • Монтана өлкәһе
    • Плевен өлкәһе
  • Болгарияның Төньяҡ-Үҙәк төбәге
    • Велико-Тырновой өлкәһе
    • Габрово өлкәһе
    • Разград өлкәһе
    • Русе өлкәһе
    • Силистра өлкәһе
  • Болгарияның Төньяҡ-Көнсығыш төбәге
    • Варна өлкәһе
    • Добрич өлкәһе
    • Тырговиште өлкәһе
    • Шумен өлкәһе
  • Болгарияның Көньяҡ-Көнсығыш төбәге
    • Бургас өлкәһе
    • Сливен өлкәһе
    • Стара-Загора өлкәһе
    • Ямбол өлкәһе
 
 Болгария төбәктәре

"Көньяҡ-Көнбайыш һәм Көньяҡ-Үҙәк Болгария" төбәге:

  • Болгарияның Көньяҡ-Көнбайыш төбәге
    • Благоевград өлкәһе
    • Кюстендил өлкәһе
    • Перник өлкәһе
    • София өлкәһе
    • София
  • Болгарияның Көньяҡ-Үҙәк төбәге
    • Кырджали өлкәһе
    • Пазарджик өлкәһе
    • Пловдив өлкәһе
    • Смолян өлкәһе
    • Хасково өлкәһе

1987—1998 йылдарҙағы өлкәләр

үҙгәртергә

1987 йылдың авгусынан 1998 йылдың аҙағына тиклем Болгария 8 өлкәгә һәм ҡалаға бүленә:

  1. Бургас өлкәһе. Үҙәге — Бургас
  2. Варна өлкәһе. Үҙәге — Варна
  3. Ловеч өлкәһе. Үҙәге — Ловеч
  4. Михайловград өлкәһе (1993 йылдан — Монтана). Үҙәге — Михайловград (1993 йылда Монтана тип үҙгәртелә)
  5. Пловдив өлкәһе. Үҙәге — Пловдив
  6. Разград өлкәһе (1990 йылдан — Русе). Үҙәге — Разград (1990 йылда Русеға күсерелә)
  7. София өлкәһе. Үҙәге — София
  8. Хасково өлкәһе. Үҙәге — Хасково
  9. София ҡала. Үҙәге — София

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә