Боков районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Боков районы тыуған яҡты өйрәнеү музейыРостов өлкәһенең Боковская станицаһында тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музейға 1976 йылда нигеҙ һалына, 1982 йылдың 5 майында асыла.

Боков районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Нигеҙләү датаһы 1976
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Тарихы һәм тасуирламаһы

үҙгәртергә

1976 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александр Данилович Красноглазов «Сельская новь» (№57 1976 йылдың 11 майы) гәзите биттәрендә Боков районы халҡына райондың тарихын мәңгеләштереү һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойоштороу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә.

Боков районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы партияның Боков район комитеты инициативаһы менән Ростов өлкәһенең Боковская станицаһында уның өсөн төҙөлгән ике ҡатлы бинала 1982 йылдың 5 майында асыла. Музейҙа 2637 экспонат тупланған. Музей ете залдан тора[1].

«Беҙҙең яҡтың тәбиғәте» экспозицияһы менән залы Боков районының үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына арналған. Был ҡош һәм хайуан ҡарасҡылары, үҫемлектәрҙең гербарийы, ташҡа әйләнгән ағас киҫәктәре, һыу ятҡылыҡтары ҡарасҡылары, Боковская станицаһының тирә-яҡтары төшөрөлгән картиналар.

Музейҙың «Беҙҙең яҡтың үткәне» экспозицияһы менән залында Боков утарының беренсе йорттарының фотоһүрәттәре, иҫке самауырҙар, көршәктәр, өй кәрәк-йыһаздары, станица халҡының боронғо кейемдәре урынлашҡан.

Өсөнсө зал Донда совет власының урынлашыуы, утарҙың ауыл хужалығы тураһында һөйләй. Бында элекке фотоһүрәттәр, карталар, плакаттар, Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары һаҡлана.

Дүртенсе зал Ф. Г. Подтелковтың һәм М.В. Кривошлыковтың экспедицияһы тураһында материалдар тупланған, ат һәм үгеҙ көсө ҡулланыү менән бер рәттән ер эшкәртеү ҡоралдары күрһәтелә. Боронғо тәңкәләр һәм аҡса купюралары бар

Ошо уҡ залда Социалистик Хеҙмәт Геройы В.Е.Теплухин тураһында экспонаттар бар. Быннда уның фотоһүрәттәре, грамоталары, уның тураһында хәтирәләр бар. Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы ваҡиғалар менән хәрби-тарихи ҡомартҡылар бәйле.

«Шолохов залында» яҙыусы Михаил Шолоховтың фотоһүрәттәре, уның портреты, күп телдәрҙә баҫылып сыҡҡан китаптары, уның әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән кинофильмдарҙың репродукциялары бар.

«Дон казактары» экспозицияһы менән залда казактарҙың кәрәк-яраҡ, кейемдәре, йорт интерьеры әйберҙәре йыйылған

Музейҙың күргәҙмә залында ветерандар менән осрашыуҙар, байрамдар, конференциялар уҙғарыла.

Боковская станицаһында Советтар Союзы Геройы Теличенко Яков Платоновичтың бюсы ҡуйылған. Бюст төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  Тышҡы һүрәттәр
  Бюст Якова Платоновича Телеченко