Богеншперк
Богеншперк (слов. Grad Bogenšperk) — Словенияла Яңырыу дәүерендәге замок, Литиянан көньяҡ-көнсығышҡа табан Двор ҡасабаһы менән йәнәш ҡалҡыулыҡта урынлашҡан.
Богеншперк | |
Дәүләт | Словения |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Шмартно при Литии[d] |
Архитектура стиле | Яңырыу |
Мираҫ статусы | Словенияла милли әһәмиәтендәге ҡомартҡы[d][1] |
Богеншперк Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1511 йылда ер тетрәү һөҙөмтәһендә Лихтенбеорг менән йәнәшәләге Ваген (слов. Wagen) ғаиләһе ҡәлғәһе емерелә, һәм улар Богеншперк һарайын төҙөй башлай. 1533 йылда замок Ваген ғаиләһе милеге булараҡ телгә алына, ул үҙенең исемен шуларҙан ала. 1672 йыл һарайҙы билдәле словен ғалимы Янез Вайкард Вальвазор һатып ала. Вальвазор һарайҙа бай китапхана булдырыу һәм баҡырҙа гравировкалау буйынса оҫтахана ойоштора. Ул шулай уҡ һарайҙы яңырта, ҡоҙоғон тәрәнәйтә һәм Изге Богоматерь сиркәүен төҙөй. 1692 йылда Вальвазор замок һатырға мәжбүр була, шунан һуң уның хужаһы бер нисә тапҡыр алмашына. Һуңғы хужаһы (1853 йылдан Икенсе донъя һуғышына тиклем) кенәздәр Виндишграц (слов. Windischgraetz) була, һуғыштан һуң һарай хәрби госпиталь итеп файҙаланыла, аҙаҡ унда иезуиттар йәшәй.
1972 йылдан башлап һарай әле-әле реставрациялана. Хәҙерге ваҡытта һарайҙа музей эшләй.
Архитектураһы
үҙгәртергәЗамок Яңырыу дәүере өсөн хас булған XVI быуат архитектураһына эйә. Дүрт мөйөшөндә башнялар урынлашҡан, уларҙың икеһе (көньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш) түңәрәк формала, ә башҡа ике башня квадрат нигеҙгә эйә. Төньяҡ фасадта 1558 йылғы Ваген гербы һәм Лихтенберг гербы урынлашҡан, көнбайышында — Франческо Рабба стилендә Богоматерь, ә көньяҡта — Галло ғаиләһе гербы. Эске биләмәһе Вальвазор ваҡытында уҡ планлаштырылған. Көньяҡкөнбайыш башняның беренсе ҡатында ҙур булмаған типография менән көнбайышындағы башня булмаған Вальвазор кабинеты урынлашҡан.
Һылтанмалар
үҙгәртергә
- Bogenšperk Castle — Slovenia Cultural Profile (инг.)
- Bogenšperk Castle — Architectural Heritage — Slovenia (инг.)
- ↑ (unspecified title) — Ministry of Culture of Slovenia.