Богданович Анатолий Александрович
Богданович Анатолий Александрович (27 июнь 1941 йыл — 21 октябрь 2018 йыл) — СССР[2] һәм Рәсәй шағиры.
Богданович Анатолий Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 июнь 1941 |
Тыуған урыны | Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 октябрь 2018 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Химки ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | шағир, мөхәррир |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәби эшмәкәрлек[d][1], шиғриәт[1] һәм редактирование[d][1] |
Биографияһы
үҙгәртергәАнатолий Александрович Богданович 1941 йылдың 27 июнендә Дондағы Ростов ҡалаһында тыуған, атаһы фронтта һәләк була[3]. 7 кластан яҙа башлаған.
Бала сағы Ростов өлкәһенең Гулькевич районы Отрадо-Ольгинская станицаһында үтә[4]. Малай теремек һәм зирәк була. Олатаһы, Кубань казак ғәскәре штабы начальнигы Г. О. Богданович менән бер нәҫелдән булыуы менән ғорурланып, ейәненә казак ата-бабаларының данлы тарихы тураһында һөйләй[5].
Һуғыштан һуңғы йылдар булһа ла, шағир ауыр саҡтарында бала саҡтағы дуҫтары тураһындағы иҫтәлектәре менән йәшәй. Был уның иң бәхетле йылдары булған.
Үгәй атаһы, кадровый офицер Орлов менән ғаилә ил гарнизондары буйлап күсеп йөрөй, хатта Ҡытайҙа ла хеҙмәт итә хәрби ир.
1956 йылда, отставкаға сыҡҡас ҡына, Кубанға әйләнеп ҡайталар. Анатолийҙың күңелен романтика тарта, һәм поезд башында Ленинград мореходный училщеһына инергә юллана. Күреү һәләте насар булыу сәбәпле, теләгән хыялына ирешә алмағас, шахтёр хеҙмәтендә үҙен һынай. Новошахтинский тау-сәнәғәт техникумын тамамлай.
Пенза ауыл хужалығын механизациялау училищеһын тамамлағандан һуң, Камышинда балыҡсы булып эшләй.
Шунан тракторсы булып Ҡаҙағстанға сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерергә ашыға.
Әрме хеҙмәтен Мәскәү ҡалаһы янында үтә. Армияла журналистикаға ылыға. Богданович Анатолий «Всегда начеку» дивизион гәзите корреспонденты, «На боевом посту» округ гәзитендә хәбәрсе булып эшләй.
Декабрь кистәренең береһендә Яков Шведов етәкселегендәге Химки әҙәби берлегенә литобъединение килә һәм шунда ҡала. Семинарҙарға йөрөй.
Әҫәрҙәре «Октябрь», «Знамя», «Огонёк», «Беҙҙең замандаш», «Москва» журналдарында баҫыла.
Шиғри кисәләрҙең береһендә буласаҡ ҡатыны — шағир Максим Виндряевскийҙың һылыу ҡыҙы Нина менән осраша.
Уның тәүге китабы — «Красная земля» — 1972 йылда баҫылып сыға, СССР Яҙыусылар союзына[6], ҡабул ителә, йыш ҡына радио һәм телевидениела шиғри осрашыуҙар ҡунағы була, уның шиғырҙарына композиторҙар йырҙар яҙа.
Запасҡа сыҡҡандан һуң, Анатолий «Советская Россия» нәшриәтендә шиғриәт бүлеге мөхәррире булып эшләй, институтта уҡый, ҡатыны менән ҡыҙы Ларисаны тәрбиәләй. Тормош ҡайнай: яҙыусы бригадалары менән ил буйлап гиҙеү, татыу ғаилә… Шиғырҙар еңел яҙыла, илһам урғыла.
Ул йәшәргә ашыға, ғүмере буйы йыйған тормош күҙәтеүҙәрен ижад багажына тейәй.
Ижадының иң юғары нөктәһенә еткәндә, ҡаты ауырыу Анатолий Александровичты хәрәкәтһеҙ ҡалдыра. Әммә шағир һынмай, алдараҡ 7 китабы баҫылған булһа, артабан — 12 китабы донъя күрә.
Ҡатыны Нина Максимовна уға шәхси сәркәтип булараҡ ярҙам итә. 1980-се йылдарҙан башлап иренең бөтә шиғырҙары ла уның ҡулы менән яҙылған һәм баҫылған. Ул ауыр хәлдә ҡалған хәләл ефетен иғтибары менән ҡыуандыра, уны хәстәрләп ҡарай.
Анатолий Александрович үҙе лә бик ныҡ тормош ярата. Тормошҡа йылмайып баға, шаяртаыуҙары күңелгә май булып яғыла. Был ихлас йортта бик күп кешеләр булып киткән, үҙенсәлекле дәфтәргә яугир-шағир рухы тураһында үҙҙәренең тәьҫораттарын яҙған. Бында ы Беллы Ахмадулина, Валентин Распутин, Клавдия Васильевна Чапаева, Сергей Смирнов, Валерий Ганичев, космонавт Виктор Горбатконың һәм тағы бик күптәрҙең автографтарын күрергә мөмкин.
Когда ты с хлебом — мир добрей,
Друзья найдутся в одночасье.
Но разве это будет счастьем? -
Без хлеба сохрани друзей.
Был шиғри юлдарҙы Н. Островский исемендәге «Еңеп сығыу» Гуманитар музей-үҙәге хеҙмәткәре, шағир өйөнә рух көсөн, сиргә ҡаршы тороу, сыныҡҡанлыҡты данларлыҡ мәғлүмәт алырға килгәндә, ижад иткән. Анатолий Богданович «Как закалялась сталь» кеүек донъяға танылған бестселлер яҙған төп геройыбыҙ Николай Островский кампанияһында. Шулай уҡ ул ҡорал конструкторы Михаил Марголин, Күҙ микрохирургияһы институтына нигеҙ һалыусы Святослав Фёдоров, лётчик Алексей Маресьев, яҙыусы Николай Зотов, Мелиховтағы А.Чехов Музейы рәссамы һәм директоры Юрием Авдеев, йырсы Борис Зайцев, профессор Александр Суворов, Рәсәй Геройы Игорь Задорожный, спортсменами-паралимпия спортсылары менән бер рәттә тора.
Ярты быуаттан артыҡ яҙыусы, Рәсәй Яҙыусылар союзының мәскәү бүлексәһе ағзаһы Анатолий Богданович Химки ҡалаһында йәшәй.
Айырым 18 шиғри йыйынтығынан тыш, Анатолий Богданович Һайланма әҫәрҙәренең өс томлығын сығара (өсөнсө, юбилей томында, ҡыҙыҡлы ғаилә фотографиялары менән бергә тәүге тапҡыр сәсмә әҫәрҙәре проза бирелә).
1-се томға ул осорҙа иң әһәмиәтле әҫәрҙәре: шиғырҙар, дүртюллыҡтары һәм рәсәй бойҙай башағының данын донъяға таратҡан танылған селекционер академик Павел Лукьяненкоға бағышланған «Формула хлеба» поэмаһы инә. Ялан батырҙарына гимн йырлап, шағир уҡыусыһында сит илдәрҙә көнләшеү тыуҙырған рәсәй техникаһы, фәне, мәҙәниәте менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәБогданович Анатолий бик күп наградаларға һәм премияларға эйә, шул иҫәптән:
- М. А. Шолохов исемендәге «Гуманизм һәм Рәсәйгә хеҙмәт иткәне өсөн» миҙалы
- «Батырлыҡ һәм ижади уңыштары өсөн» халыҡ-ара Николай Островский премияһы
- Паралимпия комитетының гимнаст Елена Мухина исемендәге «Йыл яҙыусыһы» милли премияһының «И слово отзовется» номинацияһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bogdanovič, Anatolij Aleksandrovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Е. П. Ионов. Писатели Москвы: биобиблиографический справочник. — Московский рабочий, 1987-01-01. — 552 с.
- ↑ Potashov23-11 . www.eifgaz.ru. Дата обращения: 5 сентябрь 2016. Архивировано 15 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ День литературы. Нина Решетняк. Сотворите мне борща знойного, душистого…https://denliteraturi.ru/article/1826
- ↑ Смирнова И. «Удивляться не перестаю, что живу и жить не устаю…»
- ↑ Союз писателей СССР. Справочник на ... год. — Сов. писатель, 1986-01-01. — 790 с.