Биғолов Миңлеғол Солтан улы

Биғолов Минеғол Солтан улы (20 октябрь 1928 йыл6 ғинуар 1973 йыл) — ташсы, комплекслы төҙөүселәр бригадаһы етәксеһе. СССР-ҙың етенсе саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967), КПСС-тың XXII съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).

Биғолов Миңлеғол Солтан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Ҡанаҡай ауылы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 ғинуар 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (44 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Минеғол Солтан улы Биғолов 1928 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны [1]Ҡанаҡай ауылында башҡорт крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбен, 1947 йылдың сентябрендә Ишембай ҡалаһында фабрика-завод мәктәбен тамамлай.

13 йәшенән эшләй башлай, 1941 йылдың июленән Маҡар районының «Ҡыҙыл таң» колхозында. 1947 йылдан — Өфөлә, «Башнефтезаводстрой» төҙөлөш-монтаж һәм Черниковск ҡалаһындағы (хәҙерге Черниковка биҫтәһе) 21-се төҙөлөш-монтаж трестарында ташсы булып эшләй. 1958 йылдың ғинуарында «Башнефтезаводстрой» тресының 2-се төҙөлөш идаралының ташсыларының комплекслы бригадаһына бригадир итеп тәғәйенләнә.

М. С. Биғолов бригадаһы айлыҡ производство заданиеларын 140—150 проценҡа үтәй, Өфөлә балалар баҡсалары, хәстәханалар, торлаҡ йорттар, мәктәптәр һәм башҡа объекттар төҙөй. 920 урынлыҡ дүрт ҡатлы мәктәп бинаһын төҙөгәндә бригада айырыуса яҡшы эшләй: 40 көн эсендә 5 мең кубометрҙан ашыу кирбесте стена итеп һала. Июль башында бинаны һала башлайҙар, ә 1958 йылдың 1 сентябренә мәктәпте файҙаланыуға тапшыралар.

Уның бригадаһы Өфөнөң буласаҡ Октябрь проспектында беренсе йорт нигеҙен һала[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 9 авгусындағы Указы менән төҙөлөштә һәм төҙөлөш материалдарын етештереүҙәге ҙур уңыштары өсөн Биғолов Минеғол Солтан улына ((Указда — Бигулов) «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ менән Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
  • миҙалдар менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы
  2. А. Зиновьев. Миннигул Бегулов: оставил после себя улицы построенных домов. ИА «Башинформ», 16 октября 2008 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә