Биштау
Биштау (рус. Бешта́у) — биш түбәле айырым торған тау-лакколит, Кавказ Минераль Һыуҙары Пятигорье тауҙарының 17 магматик ҡалдыҡтарының иң бейеге. Бейеклеге 1400 м[1]. Тәбиғәт ҡомартҡыһы. Тирә-яҡ мөхиткә (Пятигорье) һәм Пятигорск ҡалаһына исем биргән.
Биштау | |
Тау һырты | Кавказ тауҙары |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ставрополь крайы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1402 метр |
Биштау Викимилектә |
Тау Пятигорьеның үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Итәгенең диаметры яҡынса 8 км.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[2]. Тауҙың исеме төркисә биш (беш) һәм тау һүҙҙәренән яһалған .
Геологик төҙөлөшө
үҙгәртергәСағыштырмаса һөҙәк (7-8°) тауҙың аҫҡы өлөшө диңгеҙ палеоген балсыҡтарынан, һирәгерәк мергелдәрҙән һәм алевролиттарҙан тора һәм тәрән һыҙаларҙың радиаль системаһы менән йырғыланған. 820 м бейеклектән башлап өҫкө өлөшө ныҡ йырғыланған бештаунит[3] ҡая массивынан ғибәрәт. Майҙаны яҡынса 3 км², аҡбур осорондағы эзбизташ, ҡомташ һәм балсыҡлы һәүерташтарҙың айырым блоктарынан тора. Уның иң бейек түбәһе — Биштау — бейеклеге 1400 м.
Тәбиғәтте файҙаланыу
үҙгәртергәXX быуаттың икенсе яртыһында Биштауҙа уран ятҡылыҡтары эшкәртелә. 1950 йылдан 1975 йылға тиклем № 1 Лермонтов руднигы эшләй. 25 йыл эсендә ҡырҡтан ашыу штольня үтелгән. Биштау территорияһы административ рәүештәЛермонтов ҡалаһына ҡарай (уран эшкәртмәләре менән бәйле нигеҙләнгән), ә ташландыҡ шахтерҙар ҡасабаһы (Ҡасаба № 1) Лермонтов ҡалаһының көнсығыш өлөшө булып тора. Штольняларҙың дөйөм оҙонлоғо 203 километр тәшкил итә. Эштәр тамамланғандан һуң инеү урындарының күпселеге бетон менән көпләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бештау // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Постановление бюро Ставропольского краевого комитета КПСС и исполкома краевого Совета депутатов трудящихся от 15.09.1961 г. № 676 «О мерах по охране природы в крае»
- ↑ Бештаунит . Дата обращения: 7 апрель 2013. Архивировано 17 декабрь 2013 года.
- ↑ МПРиООС СК: гора Бештау (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
- ↑ Путешествие в Кисловодск и его окрестности. Газета «Призыв», № 20-22, 24.03.2010 года
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бештау // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бештау тураһында Сайт
- МПРиООС СК: Бештау тауы 2023 йыл 24 ғинуар архивланған.
- Лермонтов руднигы № 1
- Лист карты L-38-135 Минеральные Воды. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- Бештау итәгендә автоуҙыш. Фотоға төшөрөү.