Бишкүмәс
Бишкүмәс (рус. Бишкумачево) — Улуймән йылғаһы буйында Бүләр, һуңынан Байсар волосының Бүләр түбәһенә (хәҙеге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) ҡараған аҫаба башҡорттар ерендә нигеҙләнгән ауыл[2].
Бишкүмәс | |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d] һәм Аҡтаныш районы |
Халыҡ һаны |
43 кеше (1762)[1], 6 кеше (1816)[1], 82 кеше (1816)[1], 20 кеше (1834)[1], 0 кеше (1966) |
Тарихы
үҙгәртергәБүләрҙәр үҙ ерҙәренә Йәнәй волосынан 1 башҡорт хужалығын һәм типтәрҙәрҙе керетә. 1762 йылда 43 типтәр ир-егете иҫәпкә алына. 1816 йылда башҡорттар 6 кеше, типтәрҙәр 82 кеше була. «Аулы Мензилинских башкир» китабында тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров уларҙы «оҙаҡ йылдар йәшәгән, башҡорттар килешеүһеҙ кереткән» тип билдәләй. Әммә улар үҙҙәренең ҡайҙан сыҡҡанлығын белмәй[2]. 1834 йылда башҡорттар 20 кеше була, шул иҫәптән 13-ө — керҙәш, 7-һе — аҫаба. 1848 йылда 5 йортта 15 башҡорт, 38 йортта 191 типтәр теркәлә. 1859 йылда 142 аҫаба башҡорт һәм хәрби дәрәжәләге керҙәштәр иҫәпкә алына. 1870 йылда барлыҡ 343 кеше лә типтәр тип яҙыла. 1902 йылда 79 йортта 247 аҫаба башҡорт һәм хәрби дәрәжәләге керҙәштәр теркәлә. 1905 йылда 82 йортта 542 кеше була. Архив мәғлүмәттәренә һәм баҫма сығанаҡтарға ярашлы, ауылда мәсет (1848), ат тирмәне, мәктәп (1870), бакалея кибете һәм икмәк магазины булған (1905)[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Китап.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ә. З. Әсфәндиәров. Аулы мензилинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 304. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ә. З. Әсфәндиәров. Аулы мензилинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 304. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.