Бисмарк манараһы (Кальштадт)

Бисмарк манараһы (нем. Bismarckturm) бейеклеге 497 м булған Петерскопф тауында урынлашҡан[1]. Манара Пфальцтағы урмандың көнсығыш сиктәрендәге Хаард тауҙарына ҡараған Петерскопф тауында, Кальштадт муниципалитеты биләмәһендә (Рейнланд-Пфальц федераль ерендә)[2] тора.

Бисмарк манараһы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Отто фон Бисмарк
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Кальштадт[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Peterskopf[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ҡомташ[d]
Мираҫ статусы cultural heritage monument in Rhineland-Palatinate[d]
Бейеклеге/буйы 36 метр
Карта
 Бисмарк манараһы Викимилектә

 
Беренсе ҡаттағы зал

Империя канцлеры Отто фон Бисмарк хөрмәтенә бағышланған монументты төҙөүҙе планлаштырыу 1896 йылда Драхенфельс-клубы тарафынан башлана[3] һәм монументты төҙөү 1901—1903 йылдарҙа Карлсруэ ҡалаһы архитекторы Фридрих Кунст етәкселегендә тамамлана.

1925 йылда, мәктәп уҡыусылары манараға күтәрелгән саҡта манараның бетон түбә түшәме селпәрәмә емерелә[4]. 1928 йылда француздар тарафынан ватылған барельеф яңынан тергеҙелә[2]. иИкенсе донъя һуғышында манараға ике бомба эләгә[2].

Унда беренсе реставрация 1949 йылда Драхенфельс-клубы һәм урындағы һәйкәлдәрҙе һаҡлау йәмғиәте тарафынан үткәрелә. 1973/74 йылдарҙа артабан реставрация эштәре дауам ителә, был ваҡытта манарала клуб ҡапҡа һаҡсылары йәшәй. Архитектура ҡомартҡыһы булараҡ манара 1986 йылдан алып һаҡлана.

Тасуирлама

үҙгәртергә
 
Манара артының күренеше

Манара сыбар ҡомташтан төҙөлә. Уның майҙаны 16, 7х14 м² һәм өс секцияға бүленгән.

Түбәнге секцияға 15 аҙымлы тышҡы баҫҡыс буйынса күтәреләләр, баҫҡыстар түбәнге секцияның күҙәтеү майҙансығына табан уңдан һәм һулдан алып бара. Икенсе ҡаттың күҙәтеү майҙансығы 20 аҙымдан һуң шулай уҡ манараның тышҡы яғында урынлашҡан. Өсөнсө баҫҡыс манара эсендә, ул 30 м бейеклегендәге өсөнсө күҙәтеү майҙансығына алып бара. Бынан диңгеҙ кимәленән 400 м түбән ятҡан Үрге Рейн уйһыулығының панорамалы күренеше асыла.

Тауҙа йүгереү спорты

үҙгәртергә

Бисмарк манараһы торған Петерскопф тауы Бад Дюркхаймер тау трассаһының өлөшө итеп октябрҙә һанала башлай, трассаның 8700 метры оҙонлоғо 510 м бейеклектәге текә битләүҙәрҙә ята һәм Пфальцтың иң оҙон һәм иң бейек тауҙа йүгереү сегменты булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kartendienst des Landschaftsinformationssystems der Naturschutzverwaltung Rheinland-Pfalz (немецкий) // LANIS-Karte.
  2. 2,0 2,1 2,2 Höchster Bismarckturm in Rheinland-Pfalz: Der Bismarckturm in Kallstadt bei Bad Dürkheim. (немецкий) // bismarcktuerme.de. — 2014.
  3. Chronik ab 1873. (немецкий) // Drachenfels-Club. — 2015.
  4. Nachrichtliches Verzeichnis der Kulturdenkmäler – Kreis Bad Dürkheim. (немецкий) // Generaldirektion Kulturelles Erbe Rheinland-Pfalz. — 2017.