Бисмарк манараһы (Бохум)

Бисмарк манараһы (нем. Bismarckturm) — 34 м бейеклегендәге мемориал. Бохум немец ҡалаһы(Төньяҡ Рейн— Вестфалия федераль ерендә). Диңгеҙ кимәленән 119 м бейеклектәге ҡалҡыулыҡта, ҡала паркында, урынлашҡан.

Бисмарк манараһы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Отто фон Бисмарк
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Бохум[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ҡомташ[d]
Мираҫ статусы архитектура ҡомартҡыһы[d]
Бейеклеге/буйы 33 метр
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Bismarckturm (Bochum)[d]
Карта
 Бисмарк манараһы Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

1898 йылда Германияның беренсе канцлеры Отто фон Бисмарк вафат була. Ул тере саҡта уның хөрмәтенә граждандар һәм хәрбиҙәр кейемендә, урта быуат рыцарҙары кейемендә бик күп һәйкәлдәр ҡуйыла. 1899 йылда немец студенттары Союзы Бисмарк иҫтәлегенә яңы арихитектура формалы мемориаль монумент проектын төҙөүгә конкурс иғлан итә. Конкурста архитектор Вильгельм Крайстың «Сумерки богов» тигән «Мәңгелек ут» факеллы манараһы еңеп сыға. 1911 йылға тиклем Бисмаркка арнап 58 башня төҙөлә, уларҙың 47-һе — типовой проект буйынса. Манаралар шәхси иғәнәләр һәм хәйриә ойошмалары аҡсаһына төҙөлә. Бохум башняһы 1909 йылдын мартында ҡала мэры Хюннебек инициативаһы буйынса төҙөлә башлай. Манара Бреслау ҡалаһы архитекторы Альберт Фрайбе проекты буйынса төҙөлә, уның проекты 1908 йылда иғлан ителгән конкурста ҡатнашҡан 650 дәғүәсе проекттары араһынан һайлап алына. Манараны төҙөү өсөн 95 000 марка бүленә. Манара тантаналы рәүештә 1910 йылдың 6 октябрендә асыла. Манара башында мәңгелек ут һауыты ҡуйыла. Был һауыт 1988 йылда һүтелә һәм хәҙер манаранан йыраҡ түгел урынлашҡан паркта тора. 1983 йылда манарала оҙайлы ремонт эштәре башлана. Ремонттан һуң манара 2001 йылдың 29 июнендә яңынан асыла Бохумдың Дальхаузен районында 1902 йылда тағы бер 13 м бейеклегендәге Бисмарк манараһы асыла, әммә Икенсе донъя һуғышында манара емерелә.

Һылтанмалар үҙгәртергә