Билдәш энәғараҡ
Билдәш энәғараҡ | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Sympetrum Newman, 1833 | ||||||||||||
|
Билдәш энәғараҡ (Sympetrum pedemontanum)[1] — энәғараҡтар отрядының ысын энәғараҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк.[2],
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәЕвразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Тән оҙонлоғо 2,8—3,5 см. Инә бөжәктең күкрәге һәм ҡорһағы һарғылт көрән, ата энәғараҡтың күкрәге асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы ҡыҙғылт. Башы һәм күҙе ҙур. Ҡанаты үтә күренмәле, осонда киң һоро һыҙат бар.
Үрсеүе
үҙгәртергәЙомортҡаларын осоп барғанда дымлы тупраҡҡа йәки һыуға һала. Тулы булмаған әүерелеш хас. Балағорттары йөнтәҫ йәки яланғас. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Балағорт ҡышлай. Имагоның осоп сығыу ваҡыты июль уртаһынан сентябргә тиклем. Көндөҙ әүҙем.
Туҡланыуы
үҙгәртергәОло заттар һәм балағорттар бөжәк һ.б. умыртҡаһыҙҙар менән туҡлана.
Таралышы
үҙгәртергәИмаго йылға, шишмә янында, урман ситендә йәшәй, балағорт — һыу буйында. Бүздәк, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә р‑ндарында осрай. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.[3].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Билдәш энәғараҡ
- Стрекоза перевязанная 2022 йыл 22 февраль архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Скворцов В. Э. Стрекозы Восточной Европы и Кавказа: Атлас-определитель. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2010. — С. 458. — 623 с. — ISBN 978-5-87317-657-1.
- ↑ Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 9. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
- ↑ Jill Silsby — Dragonflies of the World [S. 168f], The National History Museum, 2001, ISBN 0-565-09165-4