Биктимер археологик комплексы
Биктимер археологик комплексы[1] — ҡара-абыҙ мәҙәниәтенең археологик ҡомартҡылар төркөмө. Баһаланған йәше — 18-се быуаттан алып 25-се быуатҡа тиклем[2]. Бөрө районының Яңы Биктимер ауылы янында урынлашҡан. Биктимер археологик комплексы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Составы
үҙгәртергәКомплексҡа ҡаласыҡ һәм 3 ҡәбер инә.
Биктимер ҡаласығы
үҙгәртергәАуылдан көнсығышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының бейек (35 м) уң ярында урынлашҡан. 1955 йылда А. П. Шокуров аса, 1963 йылда А. Х. Пшеничнюк тикшерә. Ҡаласыҡ (майҙаны 50 мең м²) өсәр соҡор һәм ур менән уратылған.
Керамика туҫтаҡ һәм муйыны соҡоп һырланған көршәктәр кеүек һауыт-һабаларҙан ғибәрәт. Түбәнге ҡатламда ананьин тибындағы баулы орнаментлы һәм геометрик биҙәкле (кәкерсәк, өсмөйөш, киртек) ғафури керамикаһы табылған. Шулай уҡ тимер бысаҡ, таш иген ҡырғыс, таштан һәм балсыҡтан яһалған орсоҡ төбө, һөйәк тишкес табылған. Халыҡ малсылыҡ менән (башлыса йылҡы һәм һарыҡ үрсеткән), игенселек, һунарсылыҡ менән (ҡондоҙға, бүре, ҡуян, һыуһар, төлкө, һеләүһенгә һунар иткән).
I Биктимер ҡәберлеге
үҙгәртергәАуылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан. 1956 йылда Шокуров аса, 1962-64 йылдарҙа Пшеничнюк тарафынан тикшерелә (68 ҡәбер).
II Биктимер ҡәберлеге
үҙгәртергәАуылдан көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан. 1958 йылда А. П. Шокуров (4 ҡәберлек), 1960 йылда К. В. Сальников (2 ҡәберлек) тарафынан асыла һәм өйрәнелә.
III Биктимер ҡәберлеге
үҙгәртергәАуылдың көньяҡ ситендә урынлашҡан. 1964 йылда Пшеничнюк аса һәм тикшерә (17 ҡәбер). Мәрхүмдәрҙе тура мөйөшлө соҡорҙарҙа ҡабыҡҡа төрөп, аяҡтарын йылғаға йүнәлтеп ерләгәндәр. Ирҙәр ҡәберенә ҡорал әйберҙәре (бронза ҡаптырмалар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бер яғы үткер тимер бысаҡтар) һәм ат сбруйы (тимер ауыҙлыҡтар) хас; ҡатын — ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (бронза ҡаптырма-төймәләр, беләҙектәр, сикә дүңгәләктәре, йөҙөк һәм сулпылар, көмөш айыллы ҡайыштар, таш һәм быяла муйынсаҡтар) табылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ БИКТИМЕР АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ 2020 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ Башкирская энциклопедия — Биктимировский археологический комплекс 2016 йыл 9 апрель архивланған.