Бер туған (нәшриәт)

Германияла нәшриәт

Бер туғанГерманияла Әлиә Тайсина нигеҙләгән нәшриәт йорто. Шул уҡ исемдәге журнал.

Бер туған
Нигеҙләү датаһы 2004
Дәүләт  Германия
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Вайлер[d], Кохем-Целль[d], Райнланд-Пфальц, Германия
Рәсми сайт bertugan.de

Берлиндағы Татар-башҡорт мәҙәни үҙәге ағзаһы Әлиә Тайсина журналдың тарихын былай тип һөйләне: «2004 йылда "Бер туған" нәшриәтен асыу өсөн ҙур булмаған дәүләт субсидияһын алдым. "Бер туған" журналын сығара башлағанға тиклем ул минең менән бергә йәшәгән улым Андрей Тайсин компьютер дизайны буйынса верстальщик һәм белгес булып эшләй ине. Минең дә журналист һәм редакция эшендә бай тәжрибә тупланған ине. Өҫтәүенә, Берлиндағы өс рәссам: Рәис Хәлилов, Шамил Ғимаев, Нурия Хадеева, Татар-башҡорт мәҙәниәте үҙәге ағзалары, буласаҡ нәшриәттең китаптарын иллюстрациялау теләге менән янып йәшәйҙәр ине.»[1]

2002 йылдан «Германияла татарҙар» исемле журнал нәшер ителә. 2003 йылда журнал исеме «Бер туған» тип үҙгәртелә, артабан был исем нәшриәткә бирелә.Журнал Германияла йәшәүсе башҡорттар һәм татарҙарҙың ижтимағи һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. Журналда материалдар рус, немец, татар, башҡорт телдәрендә бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Бер туған" журналы баҫмаһын 2010 йылда туҡтатырға тура килә, нәшриәт эшен дауам итә. Нишриәттә немец һәм Рәсәй авторҙарының китаптары баҫыла.

Нәшриәттә Әлиә Тайсина тәржемәһендә немец телендә Ғабдулла Туҡайҙың «Шүрәле» әҫәре донъя күрә. Артабан башҡорт һәм татар әкиәттәре немец теләндә баҫтырыла. 2011 йылдың яҙында "Урал батыр" ҙың икенсе эшкәртелгән баҫмаһын немец телендә нәшер итәләр. Шулай уҡ "Аҡбуҙат" эпосы тәржемәһе әҙер. Нәшриәттә Шамил Ғимаевтың яңы төҫлө һүрәттәре менән биҙәрлән "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" баҫмаларына әҙерләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Татар-башҡорт мәҙәни үҙәге (Берлин)

Нәшриәттең рәсми сайты

үҙгәртергә

Bertugan  (нем.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә