Бер туған Твердышевтар
Бер туған Твердышевтар — ағалы - ҡустылы Твердышев Иван Борисович һәм Твердышев Яков Борисович, бергә фабрикаларға идара иткәндәр һәм етештереү - сәнәғәт өлкәһендә компаньон булып торғандар[1].
Бер туған Твердышевтар |
Бер туған ТвердышевтарТ тураһында беренсе рәсми телгә алыуҙар 1743 һәм 1744 йылдарҙа булған. Ғаилә ағзалары — Иван, Яков, Петр, улар Семберҙә тыуғандар. Аталары, Борис Твердышев, күпмелер ҡала сауҙагәр йөҙлөгөнөң бурмистры булған. Идеялар генераторы, юл ярып барыусы - өлкән ағалары Иван булған. Яков Борисович предприятиелар үҫешенә әллә ни өлөш индермәгән, ярҙамсы булараҡ та иғтибарһыҙыраҡ булған, тип билдәләй тарихсылар. Туғандарҙың уңышы Көньяҡ Башҡортостанға тәүге булып килеп, тейелмәгән ерҙәрҙә тәүләп эшкә тотоуҙары арҡаһында булған тип уйлау дөрөҫтөр. Иван Твердышев алтындың ҙур ятҡылыҡтарын белеүе лә раҫлана. Улар төҙөгән заводта баҡырҙы тәүге тапҡыр 1745 йылда иреткәндәр [2][3].
Иван 1773 йылда, Яков — 1783-тә вафат булған. Уларҙың балалары булмаған, барлыҡ предприятиелары И.С. Мясниковтың дүрт ҡыҙына ҡалған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Твердышевы, Иван Борисович и Яков Борисович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.