Берғамыт

Ишембай районындағы шишмә

Берғамыт — карст сығанағы, үргә урғылыусы шишмәнән хасил булған мул һыулы тау йылғаһы. Башҡортостандың Ишембай районы Хажы ауылынан 600 метр көньяҡтараҡ урынлашҡан. Атамаһы легенда буйынса, урындағы кешелəрҙең береһе аты менән яҡындағы бер күлдə бата, һəм һуңыраҡ атының ҡамыты шишмәлә табыла, шуға ла йылғаны Берғамыт тип атап йөрөтә башлайҙар.

Берғамыт
урыҫ Бергамут
Урынлашыуы
53°24′33″ с. ш. 56°23′26″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Точка
Берғамыт
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Берғамыт

Эсәр һыу миҡдары секундына 1000 л, һыу минераллығы 100—250 мг/л[1]. Урта карбон (эзбизташ) һəм аҫҡы пермь (ҡомташ) тоҡомдарынан торған Ыласын тауы итəктəрендə 219,5 м бейеклектə ағып сыға. Химик составы яғынан кальций карбонатлы һыу. Йылға башының абсолют бейеклеге 219,5 м, был Стәрлетамаҡтың иң бейек көнбайыш нөктәһенән 60 метр, көнсығыш иң түбән нөктәһенән 90 метр бейегерәк, шуға күрә 1973 йылда йылға бетон саркофаг менән ҡаплана һәм 50 километрға һыу һыуүткәргес торбалар буйлап Стәрлетамаҡ ҡалаһына бирелә. Шуға күрә, бөгөнгө көндә йылғаны күреп булмай[2].

1973 йылға тиклем Берғамыт Хажы Шиҙеһенә, артабан Һәләүек йылғаһына ҡоя[3][4]. Һыуы һалҡын, тәмле.

Берғамыт һыуынан «Берхомут» һыраһы ҡойола[5].

Тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеүсе һәм сәйәхәтсе Иван Лепехин (1770) яҙмалары буйынса, заманында йылға башына быуа ҡоролғас, һыу кимәле 4 метрға күтәрелә, һәм быуала ике ташлы тирмән эшләй башлай. Йылғаның әйләнә тирәһен киң япраҡлы йүкə, саған һəм имəн урмандары уратып алған.

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ошонда уҡ 25 кВт ҡеүәтле ГЭС төҙөлә.

  • Кудряшов И. К. Карстовый родник Берхомут. Путеводитель по Башкирии. Уфа, 1965.
  • И. К. Кудряшов Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә