Берёзовский алтын ятҡылығы
Берёзовский алтын ятҡылығы —Уралда, Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге Берёзовский ҡалаһында урынлашҡан алтын ятҡылығы[2].
Берёзовский алтын ятҡылығы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Екатеринбург[1] |
Берёзовский алтын ятҡылығы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуатта асыла, 1745 йылдан башлап эшкәртелә. Уны үҙләштерелә башланыуы Рәсәйҙә алтын мәғдәне сәнәғәте барлыҡҡа килеүенә этәргес булған.
Берёзовский 1748 йылда рудник ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Үҙенең атамаһын Пышма йылғаһының уң ҡушылдығы — Берёзовка йылғаһынан алған.
Был урында 1745 йылда Шәрәташ ауылы крәҫтиәне Ерофей Марков алтын ятҡылығын аса. Марков күрһәткән урында алтын эҙләү тәүҙә һөҙөмтә бирмәй. Ысын ятҡылыҡты йәшертә тип шикләнәләр һәм уны ғәйепләйҙәр. Алтын асыусы байтаҡ ваҡыт төрмәлә тотола.
Шулай ҙа ике йыл үтеүгә алтын табыла. 1748 йылда бында тәүҙә Шәрәташ руднигы (һуңғараҡ уны Пышма, артабан Первоначальный тип үҙгәртәләр) барлыҡҡа килә. 1752 йылда Берёзово руднигы асыла. Ә 1757 йылда алтын йыуыу заводы эш башлай[3].
Характеристикаһы
үҙгәртергәМәғдән яланы боронғо габбро һәм гипербазит, герцин гранитоидтарының субмеридиональ ярыҡтары һәм ҙур есемдәре менән сикләнгән Урал-Тубыл антиклинорийының төшөрөлгән блогы сиктәрендә урынлашҡан. Дайкаларҙың оҙонлоғо— 20 километрға тиклем, ҡеүәте 2-40 метр. Алтын (пробаһы — 800—900) йоҡа дисперслы вкрапленность һәм ҙурыраҡ тупланмалар, өҫкө горизонттарҙа ҡайһы берҙә ваҡ самородок рәүешендә һибелгән[2].
Эшкәртеү технологияһы
үҙгәртергәЯтҡылыҡтар ер аҫты ысулы ярҙамында эшкәртелә. Мәғдән байытыу — флотация менән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ralph J., Nikischer T., Mineralogy H. I. o. Mindat.org (ингл.): The Mineral and Locality Database — [Keswick, VA], Coulsdon, Surrey: 2000.
- ↑ 2,0 2,1 Берёзовское золоторудное месторождение
- ↑ . Берёзовский - «золотая столица» России