Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәле (Мәскәү)

Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәле — Мәскәүҙәге Покпонный тауында, 2014 йылдың 1 авгусында Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығы хөрмәтенә асылған һәйкәл[1][2]. Монументтың авторы — скульпторҙар А . Ковальчук, П. Любимов, В. Йосопов, архитекторҙары М. Корси, С Шленкина[3].

Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Булдырыусы Андрей Николаевич Ковальчук[d]
Карта

Тарих үҙгәртергә

Файл:Monument to the heroes of the World War I. Vladimir Putin.jpg
Һәйкәл асыуҙа Путин телмәр менән сығыш яһай

Беренсе донъя һуғышы геройҙарына һәйкәл ҡуйыу тураһындағы ҡарар 2013 йылдың апрелендә ҡабул ителә[4].

Һәйкәл ҡуйыу һәм конкурс ойоштороуҙың инициаторы — Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте[5]. Был Монументты Поклонный тауында Триумфаль арка һәм Бөйөк ватан һуғышы музейы араһына ҡуйырға ҡарар ителә[6].

Конкурс 15 апрелдә башлана һәм бер нисә этапта үтә. Тәүге этапта 32 кеше ҡатнаша. 12 июлдә конкурстың икенсе этабы башлана, унда 15 эш ҡатнаша. 16 августҡа тиклем конкурс сайтында интернет-тауыш биреү үткәрелә, унда 200 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Проекттың финалсылар күргәҙмәһе Бөйөк Ватан һуғышы Үҙәк музейында үтә. Конкурс жюриһы еңеүселәрҙе 18 сентябрҙә иғлан итә. Уның еңеүсеһе скульптор Андрей Ковальчук була. Интернет һөҙөмтәләре буйынса ул иң яҡшы биш был проект араһына инә, яҡынса 6 % тауыш йыя[6][7].

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәйкәл ҡороу өсөн иғәнә йыйыу үткәрә. Уға 97 миллион һум аҡса йыя[8]. Мәскәү властары тағы 74 миллион һум аҡса бүлә[9].

Асыу үҙгәртергә

2014 йылдың 1 авгусында һәйкәл асыу тантанаһы үтә. Ул Беренсе донъя һуғышына Рәсәйҙең инеүенә 100 йыл тулыу көнөнә тап килтерелә[10]. Тантанала Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнаша. Тантана ҡунаҡтары араһында оборона министры Сергей Шойгу, Мәскәү мэры Сергей Собянин, патриарх Кирилл була. Һәйкәл асыуҙа Президент телмәр менән сығыш яһай[8].

«Ровно век назад Россия была вынуждена вступить в Первую мировую войну. И сегодня мы открываем мемориал её героям — российским солдатам и офицерам. Открываем на Поклонной горе, которая хранит благодарную память о ратной славе русского воинства. Обо всех, кто на разных этапах истории государства российского защищал его независимость, достоинство и свободу», — тине Владимир Путин[11].

Тасуирлама үҙгәртергә

Скульптор Андрей Ковальчук һүҙҙәре буйынса, һәйкәл «ике элементан тора: үҙ бурысын намыҫ менән үтәп, һуғышты үткән георгий кавалеры булған рус һалдатынан һәм Рәсәй флагын кәүҙәләндергән күп фигуралы композициянан»[12].

Һалдаттың бронза һыны, бейек колоннала ҡуйылып, классик стилдә башҡарылған[8]. Уның яурыны аша төрөлгән шинель һәм трехлинейка аҫылған, ә күкрәген Георгий тәреһе биҙәй[9]. Постаментында — алтын ялатылған Георгий тәреһе[13].

Һалдаттан артта күп һынлы композиция: Рәсәй флагы фонында офицер һалдаттарҙы һөжүмгә күтәрә. Яралылар йәнәшендә шәфҡәт туташы. Һалдаттар төркөмөндә — Беренсе донъя һуғышында иң беренсе булып Георгий тәреһе менән бүләкләнгән казак Козьма Крючков. Шәфҡәт туташы аҫтында бөйөк княгиня Елизавета Федоровнаны танырға мөмкин[14].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. На Поклонной горе 1 августа откроют памятник героям Первой мировой. Москва 24 (14 июль 2014). Дата обращения: 28 июль 2014.
  2. Памятник героям Первой мировой войны откроется на Поклонной горе в Москве. Дата обращения: 25 март 2014.
  3. Открытие памятника героям Первой мировой войны. Kremlin.ru (1 август 2014). Дата обращения: 2 август 2014.
  4. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  5. 1 августа Владимир Путин примет участие в церемонии открытия памятника Героям Первой мировой войны. Kremlin.ru (31 июль 2014). Дата обращения: 25 март 2014.
  6. 6,0 6,1 Выбран проект памятника героям Первой мировой войны. lenta.ru (18 сентябрь 2013). Дата обращения: 25 март 2014.
  7. Объявлен победитель конкурса на памятник героям Первой мировой войны. РИА Новости (18 сентябрь 2013). Дата обращения: 25 март 2014.
  8. 8,0 8,1 8,2 Путин и «украденная победа» в Первой мировой. Газета.Ru (1 август 2014). Дата обращения: 2 август 2014. 2014 йыл 4 август архивланған.
  9. 9,0 9,1 На Поклонной горе возведут памятник героям Первой мировой войны. Москва 24 (8 июнь 2014). Дата обращения: 21 июль 2014.
  10. Путин примет участие в открытии памятника героям Первой мировой войны. РИА Новости (1 август 2014). Дата обращения: 2 август 2014.
  11. Путин принял участие в открытии памятника Героям Первой мировой войны на Поклонной горе. газета «Взгляд» (1 август 2014). Дата обращения: 2 август 2014.
  12. Андрей Ковальчук: Памятник героям Первой мировой войны на Поклонной горе будет открыт в августе. доверенныелица.рф. Дата обращения: 25 март 2014.(недоступная ссылка)
  13. Открывая монумент героям Первой мировой, Путин говорил об опасности Третьей. Московский комсомолец (2 август 2014). Дата обращения: 2 август 2014.
  14. Полина Ермолаева. Память ожила: на Поклонной горе открылся памятник воинам Первой мировой. Вести.ру (1 август 2014). Дата обращения: 2 август 2014.

Һылтанмалар үҙгәртергә