Беренсе донъя һуғышы геройҙарына һәйкәл (Аҙау)
Һәйкәл | |
Беренсе донъя һуғышы геройҙарына һәйкәл
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Аҙау |
Скульптор | А. М. Дементьев |
Төҙөлгән ваҡыты | 2014 йыл |
Бейеклеге | 2,5 м |
Материал | бронза |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Аҙауҙа Беренсе донъя һуғышы геройҙарына һәйкәл |
Беренсе донъя һуғышы геройҙарына һәйкәл ― Аҙау ҡалаһында Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Урыҫ император армияһы һалдаттарына һәм офицерҙарына арналған монументтарҙың береһе. 2014 йылда ҡуйылған. Петр бульварында, ҡаланың үҙәк китапханаһы бинаһы эргәһендә урынлашҡан.
Һәйкәлде асыу
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышы яландарында һуғышта (1914—1918) Дон крайынан 125 мең тирәһе казак, алтмыш атлы полк, утыҙ өс атлы батарея, алты пластун батальоны, биш запас полк, өс запас батарея һәм һикһәндән артыҡ айырым махсус йөҙ ҡатнаша. Донлылар күпселек хәрби операцияларҙа ҡатнашалар.
2014 йылда Рәсәй Беренсе донъя һуғышы башланыуҙың йөҙ йыллығын билдәләне. Рәсәй һуғышта Антанта яғында ҡатнашты, уның армияһы Көнсығыш фронтта хәрби хәрәкәттәр алып барҙы. Рәсәй президенты Владимир Путин 2012 йылдың 27 июнендә, сенатор Лисицын Анатолий Ивановичтың һорауҙарына яуап биреп, Рәсәйҙең Беренсе донъя һуғышында еңелеүендә большевиктәр етәкселеген ғәйепләне — «…был шул осорҙағы хөкүмәттең хыянаты һөҙөмтәһе… большевиктәр милли хыянат аҙымы яһанылар…». Президент Рәсәйҙең еңелеүен уникаль тип атаны: «беҙҙең ил һуғышта еңелгән яҡтан еңелде».
Һуғыш башланыуҙың йөҙ йыллығы илдә, уның тураһында иҫтәлекте, һуғыш геройҙарына һәйкәл ҡуйып мәңгеләштереүгә йәмәғәт ҡыҙыҡһыныуын уятты.
Аҙау ҡалаһында һәйкәл өҫтөндә эш 2012 йылда башлана. 2014 йылдың февраленән һәйкәл ҡойола. Һәйкәл, урыҫ һалдаттарының героик хеҙмәте символы булған, баҫып торған казак һынынан ғибәрәт. Уның артында — Георгий тәреһе. Казак уң ҡулына ҡылыс тотҡан, һул ҡулында — ҡылыс ҡыны. Казактың ҡайғылы һыны беренсе донъя һуғышы һөҙөмтәһенә тап килә. Һәйкәл гранит постаментҡа ҡуйылған. Скульпторы — А. М. Дементьев.
Казак скульптураһы бейеклеге ике метрҙан артығыраҡ, скульптура бронзанан эшләнгән. Өс метрлыҡ Георгий тәреһе бронза һәм латундән эшләнгән. Постамент өсөн гранитты Карелиянан һәм Украинанан килтерәләр. Һәйкәл Аҙау халҡы аҡсаһына эшләнгән.
Һәйкәлде асыу тантанаһы 2014 йылдың 30 июлендә була. Һәйкәлде Изге-Троицк сиркәүе өлкән священнигы отец Сергий изгеләндерә.
Ростов өлкәһендә Аҙауҙан башҡа, «онотолған һуғыш» геройҙарына һәйкәл Дондағы Ростов, Шахты, Новочеркасск, Батайск һәм башҡа тораҡ пункттарҙа асыла[1].
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ На Дону открыли третий памятник героям Первой мировой войны - ИА REGNUM (рус.), ИА REGNUM. 25 ғинуар 2017 тикшерелгән.