Берг виллаһы (Люденшайд)
Берг виллаһы (нем. Villa Berg) — Люденшайд ҡалаһындағы необарокко стилендәге ике ҡатлы айырым йорт, 1906 йылда эшҡыуар Карл Берг өсөн архитекторҙар Һайнрих Кайзер һәм Карл фон Гросһайм тарафынан төҙөлгән; архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
Берг виллаһы | |
нем. Villa Berg | |
Нигеҙләү датаһы | 1906 |
---|---|
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Германиялағы ҡала, район үҙәге |
Мираҫ статусы | архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Тарихы һәм тасуирламаһы
үҙгәртергәБерг виллаһы Люденшайдта Hohfuhrstraße урамы, 42 йорт адресы буйынса урынлашҡан. Необарокко стилендәге айырым йорт, особняк, иркен, киң баҡсала урынлашҡан, берг, гараж һәм шофер өйө бар. 1906 йылда архитекторҙар Һайнрих Кайзер һәм Карл фон Гросһайм проекты буйынса эшҡыуар Карл Берг өсөн төҙөлгән (1851—1906). 1907 йылда Карл Бергтың тол ҡалған ҡатыны балалары менән яңы бинаға күскән[1]. Төп фасад артында урынлашҡан эркер, балкон һәм лоджия иҫәбенә, бөтә ике ҡатлы конструкция күҙгә бәрелеп асимметрик булып күренә; бинаның вальма ҡыйығы, өҫтәлмә конструкциялары, шул иҫәптән люкарналары менән, бындай тәьҫоратты тулыландыра. Бина эсендәге икемаршлы баҫҡыс өҫкө ҡаттағы холға алып бара. Ашхананың стеналарын рәссам Отто фон Эрнст 1909 йылда — һунар күренештәре менән биҙәгән. Тикшеренеүселәр XX быуат башы техник яңылыҡтарынан йөк лифттар һәм эскә индереп яһалған һурҙырғысҡа иғтибар иткән. Бина тирәләй даими баҡса террасалар итеп ҡоролған. Бина — Люденшайд ҡалаһының архитектура ҡомартҡыһы, 2004 йылда ремонтланған һәм тулыһынса тергнеҙелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Дельменһорстағы Лахузен виллаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Auf den Spuren des Zeppelin-Förderers - Ein erdachter Carl-Berg-Rundweg (нем.). Meinerzhagener Zeitung (3 апрель 2012). Дата обращения: 6 февраль 2019.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Handbuch der deutschen Kunstdenkmäler. Nordrhein-Westfalen II Westfalen / Georg Dehio, unter wissenschaftlicher Leitung von Ursula Quednau. — Berlin/München: Deutscher Kunstverlag, 2011. — xxxvi, 1292 S. — ISBN 978-3-422-03114-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 98. Hohfuhrstraße 42 (Villa Berg) (нем.). Stadt Lüdenscheid. Kultur: Denkmalschutz. Дата обращения: 11 ноябрь 2018.