Бендзин
Бендзин (пол. Będzin [ˈbɛnd͡ʑin]) — ҡала. Польшаның Силезия воеводствоһы, Бендзин повяногына ҡараған ҡалаһы. Ҡала гмина статусына эйә. 37,08 км² майҙанды биләй. Халҡы — 65 231 кеше (2004 йылға ҡарата).
Бендзин | |
пол. Będzin | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | Będzin |
---|---|
Дәүләт | Польша |
Административ үҙәге | Бендинский уезд[d], Бендзинский повят[d] һәм Домбровский угольный бассейн[d] |
Административ-территориаль берәмек | Бендзинский повят[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 55 695 кеше (31 март 2021)[1] |
Ир-егеттәр | 26 447[2] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 29 248[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 176 метр |
Туғандаш ҡала | Татабанья һәм Ижевск[4] |
Сиктәш | Челядзь[d], Псары[d], Сосновец[d], Войковице[d], Домброва-Гурнича[d] һәм Семяновице-Слёнске[d] |
Майҙан | 37,37 км² |
Почта индексы | 42-500 |
Рәсми сайт | bedzin.pl |
Лексема-субъект | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности.. |
Бендзин Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәИкенсе бөтә донъя һуғышына тиклем Бендзин типик йәһүд ултырағы була, уның халҡы составында 1921 йылда 17 298 йәһүд милләтле кеше иҫәпләнә (барлыҡ ҡала халҡының 62,1 %)[5]. Гитлер ғәскәрҙәре Польшаны оккупациялағандан һуң, 1942 йылдың майында бында Бендзин геттоһы булдырыла. Халыҡтың күп өлөшө Освенцим үлем лагерына депортацияланғанға тиклем немецтарҙың хәрби заводында эшләргә мәжбүр ителә, депортацияланғас, улар юҡ ителә. Һуңғы күп һанлы гетто кешеләрен депортациялау мәлендә, 1943 йылдың 3 авгусында урындағы хәрби йәһүд ойошмаһы ағзалары ихтилал күтәрә[6]. Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Бендзиндың элек синагога торған майҙаны геттоның шул ихтилалда ҡатнашыусылары исеме менән атала. 2005 йылда был майҙанда 1939 йылдың 8 сентябренән 9 сентябренә ҡараған төндә немецтар тарафынан үлтерелгән йәһүдтәр иҫтәлегенә обелиск ҡуйыла[7].
Транспорт
үҙгәртергә- Хәҙер ҡалала әүҙем Бендзин тимер юл станцияһы һәм тимер юлдың Бендзин-Място менән Бендзин Ксавера туҡталыштары (платформалары) бар. Башҡа ике станциялары ябыҡ.
- Ҡалала 5 трамвай линияһы, улар «Силезский Трамвай» системаһына ингән һәм Силезия воеводствоһының 13 ҡалаһын үҙ эсенә ала. Ҡала территорияһында 50 ҡала-ара һәм ҡала эсе маршруттарында 50 трасса эшләй.
Иҫтәлекле урыны
үҙгәртергә- Бендзин замогы
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Беери, Иссера (1901—1958) — Израиль хәрби разведкаһына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге етәксеһе
- Гетингер, Людвик Рох (1904—1941) — Рим-католик сиркәүенең хыялыйы
- Заводский, Александр (1899—1964) — Польша халыҡ республикаһы Дәүләт советы башлығы
- Хорембальский, Винсент (1890—1960) — поляк скульпторы
- Шнайдер, Рафал (1971—2014) — поляк ҡылыссыһы, фехтование буйынса донъя чемпионаты призеры
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/012415001011-0937899?var-id=1639616&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/012415001011-0937899?var-id=1639617&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/012415001011-0937899?var-id=1639618&format=jsonapi
- ↑ https://www.izh.ru/i/info/16265.html
- ↑ BĘDZIN (ингл.). Jewish Historical Institute Education. Дата обращения: 2012-2-27. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2012 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Бендзин — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Monument to the memory of Będzin Jews (Bohaterów Getta Sq.) (ингл.). Virtual Shtetl. Дата обращения: 2012-2-27. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2012 йыл 4 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бендин // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бендзин: тематические медиафайлы на Викискладе
- Официальная страница города