Белякова Лидия Ивановна
Белякова Лидия Ивановна (18 ғинуар 1929 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-логопеды, табип, педагог, медицина фәндәре докторы (1982), Мәскәү дәүләт педагогия университетының дефектология факультетында логопедия кафедраһы профессоры (1987)[1]. Мәскәү дәүләт педагогия университетының Почетлы профессоры[2], «Хеҙмәт ветераны», «Мәскәүҙең 850-йыллығына»[3] миҙалдары менән бүләкләнгән.
Белякова Лидия Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 18 ғинуар 1929 (95 йәш) |
Тыуған урыны | Йәшел Үҙән, Казанский район[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип |
Эш урыны | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛидия Ивановна Белякова Татар АССР-ы Зеленодольск (Йәшел үҙән) ҡалаһында 1929 йылдың 18 ғинуарында тыуған.
1952 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын «дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлай. 1952—1955 йылдарҙа Авиация медицинаһы институтының психология бүлегендә эшләй. 1956—1960 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Юғары нервы эшмәкәрлеге институтының аспирантураһына уҡырға инә. 1962 йылда «Сравнительное исследование действия люминала и гексамидина на высшую нервную деятельность детей, больных эпилепсией» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1][2][3]. Лидия Ивановна Белякова СССР Медицина фәндәре академияһының Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең юғары нервы эшмәкәрлеге лабораторияһында оҙаҡ йылдар буйынса хеҙмәт итә. Ул шулай уҡ Алжирҙың Оран ҡалаһында табип-психиатр булып та эшләй.[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы,
- «Мәскәүҙең 850-йыллығына» миҙалы.