Белюстина Людмила Николаевна
Белюстина Людмила Николаевна (19 октябрь 1919 йыл — 8 сентябрь 1998 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы (1984), СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1986).
Белюстина Людмила Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 19 октябрь 1919 |
Вафат булған көнө | 8 сентябрь 1998 (78 йәш) |
Ерләнгән урыны | Красный зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюдмила Николаевна Белюстина 1919 йылдың 19 октябрендә Владивостокта инженер ғаиләһендә тыуа, дворян сығышлы, Ҡара диңгеҙ флоты адмиралы ейәнсәре.
1935 йылда Горький педагогия институтына уҡырға инә, ике йылдан Н. И. Лобачевский исемендәге Горький дәүләт университетының физика-математика факультетына күсә. Профессор Артемий Григорьевич Майер етәкселегендә диплом эше әҙерләй.
1940—1942 йылдарҙа аспирантурала уҡый, ғилми етәксеһе профессор Иван Романович Брайцев.
1943 йылдан һуғыш аҙағына тиклем бухгалтер булып эшләй.
1945 йылда университетҡа ҡайта һәм автоматик көйләү һәм тирбәлеүҙәр теорияһы кафедраһы ассистенты була. 1948 йылдан Горький университеты ҡарамағындағы Горький физика-техник тикшеренеү институтында (ГИФТИ) А. А. Андронов бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, цилиндрик фаза арауыҡлы системаларҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә. 1956 йылда Евгения Александровна Леонтович-Андронова етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1960 йылдар башынан алып фазалы синхронизация системаларын өйрәнеү менән шөғөлләнә, был тема буйынса ғәмәли математика һәм кибернетика ғилми-тикшеренеү институтында ғилми лаборатория ойоштора. Горький университетында ғәмәли математика һәм кибернетика ғилми-тикшеренеү институтын булдырыуҙың инициаторы һәм 1964 йылдан уның беренсе директоры була. 1965 йылдан Горький дәүләт университеты лабораторияһы мөдире, 1991 йылдан әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре.
- Докторлыҡ диссертацияһы
- Качественно-численный анализ нелинейных систем управления частотой и фазой : диссертация … доктора технических наук: 05.13.02. — Горький, 1982. — 440 c.: ил. (Автоматическое управление и регулирование).
Техник фәндәр докторы (1984).
СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1986, коллектив составында) — «Теория фазовой синхронизации в радиотехнике и связи» эштәр циклы өсөн.
Ире — Беллюстин Алексей Всеволодович (1913—1991), 1965—1978 йылдарҙа Горький университетының физика факультеты кристаллография кафедраһы мөдире.
Бугровский зыяратында ерләнгән, 10-сы участка.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Белюстина Л.Н, Нижегородский некрополь