Белоруссияның дәүләт ҡоролошо
Беларусь Республикаһы, илдең конституцияһына ярашлы — унитар демократик ижтимағи (социаль) хоҡуҡи дәүләт. Дәүләт башында президент тора. Илдәге дәүләт власы, уны закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власына бүлеү нигеҙендә, тормошҡа ашырыла. Идара итеү форма ҡатнаш [1], президент, республикаһы булараҡ характерлана[2][3].
Беларусь Республикаһы Конституцияһы
үҙгәртергәКонституция — Беларусь Республикаһының төп законы. Бөгөнгө көндә эшләп килгән конституция Беларусь Республикаһы Юғары Советы тарафынан 1994 йылдың 15 мартында ҡабул ителгән. Артабан Конституцияға үҙгәртеүҙәр һәм өҫтәмәләр өс тапҡыр индерелгән (һәр ваҡыт — референдум юлы менән). Белоруссиялағы 1995 йылдың 14 майында үткән Референдум һөҙөмтәләренә ярашлы, Конституцияға рус теленең белорус теле менән тиң статусы, шулай уҡ, әгәр парламент тарафынан Конституцияны һәм закондарҙы ҡаты йәиһә системалы рәүештә боҙоу күҙәтелһә, Президенттың парламентты таратыу һәм яңы һайлау билдәләй алыу мөмкинлеге ҡаралған. 1996 йылдың 24 ноябрендәге референдумда президент вәкәләттәрен киңәйтеүгә һәм илдәге власть органдары системаһын реформалаштырыуға йүнәлтелгән конституцияның яңы редакцияһы ҡабул ителгән. 2004 йылдың 17 октябрендәге референдумда конституциянан бер үк кешенең президент булып бер нисә срокка һайланыуын сикләү алып ташланды.
Закондар сығарыу власы
үҙгәртергәЗакондар сығарыу власын ике палаталы Парламент тормошҡа ашыра — Беларустең Милли йыйылышы. Түбәнге палата — Беларустең Вәкилдәр палатаһы, юғары — Беларусь Республика Советы.
Милли йыйылыш 1996 йылда, элекке парламент, Беларусь Республикаһы Юғары Советы, вәкәләттәре туҡтатылғас, Конституцияны үҙгәртеп, һайлаған. Милли йыйылыш вәкәләттәре срогы — 4 йыл.
Вәкилдәр палатаһы составында — 110 депутат. Депутаттар һайлау йәшертен тауыш биреү юлы менән дөйөм, ирекле, тиң хоҡуҡлы, тура һайлау нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Һайлауҙар бер мандатлы һайлау округтарында уҙғарыла. Беренсе саҡырылыш вәкилдәр палатаһы (1996—2000) таратылған Юғары Совет депутаттарынын формалашҡан. Икенсе саҡырылыш Вәкилдәр палатаһы 2000—2004 йылдарҙа эшләгән, өсөнсө саҡырылышы — 2004 йылдан эшләй. Вәкилдәр палатаһының төп вәкәләттәре (полномочие):
- закон проекттарын ҡарай һәм ҡабул итә;
- Президент һайлауҙарын тәғәйенләй;
- Президентҡа премьер-министр тәғәйенләүҙе рөхсәт итә;
- хөүмәткә ышанмаусанлыҡ вотумын сағылдыра;
- йәшерен тауыш менән Президентҡа ҡаршы ғәйепләүҙәрен күрһәтә;
Республика Советы территориаль вәкәләтлек палатаһы булып тора. Ул 64 ағзанан тора: йәшерен тауыш биреп, улар өлкә һәм Минск ҡала советына 8 ағза һайлайҙар, тағы 8 ағзаны Президент тәғәйенләй. Республика Советының төп вәкәләттәре:
- Вәкилдәр палатаһы ҡабул иткән закон проекттарын хуплай йәки кире ҡаға;
- Конституция Судының алты судьяһын һәм Үҙәк комиссияның һайлауҙар һәм республика референдумдарын уҙғарыу буйынса алты ағзаһын һайлай;
- Президентҡа Конституция Суды Рәйесен, Юғары суд Рәйесе һәм башҡа юғары вазифалы кешеләрҙе тәғәйенләргә рөхсәт бирә;
- урындағы депутаттар советтары эштәрен контролгә ала, уларҙың ҡарарҙарын кире ҡаға йәиһә, закон боҙоуға барһалар, уларҙы тарҡата ала;
- Президенттың ғәҙәттән тыш һәм хәрби хәл индереү тураһындағы бойороғон ҡарай;
- Президенттың вазифаһынан баш тартыу тураһындағы хәл буйынса ҡарар ҡабул итә.
Башҡарма власть
үҙгәртергәБашҡарма власты Хөкүмәт — Беларусь Республикаһының Министрҙар Советы тормошҡа ашыра. Ул Белоруссия хөкүмәте Башлығы, премьер-министрҙан, уның урынбаҫарҙарынан, министрҙарҙан, дәүләт идаралығы республика органдары етәкселәренән тора һәм уларға буйһонған дәүләт идаралығы органдары һәм бүтән башҡарма власть органдары системаһы менән етәкселек итә.
Суд власы
үҙгәртергәСуд власы судтарға ҡарай, суд системаһы территориаллек һәм махсуслаштырыу принцибына ҡорола. Суд органдарының эше процеста яҡтарҙы ярыштырыу һәм тигеҙлеге нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Дәүләттә конституция норматив акттарын үтәү Беларусь Республикаһының Конституция Суды аша тормошҡа ашырыла. Суд системаһы беренсе инстанция - район һәм ҡала -судтарынан; өлкә һәм Минск ҡалаһы судтарынан, Юғары судтан, Иҡтисади судтан тора.
Президент
үҙгәртергәБеларусь Республикаһы Президенты дәүләт Башлығы, Беларусь Республикаһы Конституцияһы, кеше хоҡуҡтары һәм азатлығы гаранты булып тора. Ул башҡа дәүләттәр һәм халыҡ-ара ойошмалар менән мөнәсәбәттәрҙә Беларусь Республикаһы исеменән сығыш яһай. Президент вәкәләттәре даирәһенең иң мөһимдәре:
- Беларусь Республикаһы Хөкүмәтенең структураһын билдәләй, вазифаға тәғәйенләй һәм Премьер-министр урынбаҫарҙарын, министрҙарҙы һәм башҡа Хөкүмәт ағзаларын эшенән бушата, Хөкүмәттең йәки уның ағзаларының отставкаһы (власть башынан китеүе) тураһында ҡарар ҡабул итә;
- республика дәүләт идаралығы органдарының етәкселәрен тәғәйенләй һәм уларҙың статусын билдәләй;
- закондарға имза ҡуя; Конституцияла ҡаралған тәртиптә, үҙенең Вәкилдәр палатаһына индергән ҡаршы фекере менән, законды йәки уның ҡайһы бер положениеләарын кире ҡайтартыу хоҡуғына эйә;
- хөкүмәт акттарын көсөнән сығарыу хоҡуғына эйә;
- Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәренең Баш командующийы булып тора;
- республика референдумын тәғәйенләй;
- закон көсөнә эйә булған декреттар баҫтырып сығара.
Беларусь Республикаһында беренсе президент һайлауҙары 1994 йылдың 10 июлендә ойошторола. Был һайлауҙарҙа Александр Григорьевич Лукашенко еңеп сыға. Ул шулай уҡ артабанғы һайлауҙарҙа ла еңеүгә өлгәшкән — Белоруссиялағы 2001 йылғы, Белоруссиялағы 2006 йылғы, Беларустәге 2010 һәм Беларустәге 2015 йылдарҙағы Президент һайлауҙарында еңеп сыҡҡан.
Урындағы үҙидаралыҡ
үҙгәртергәБеларусь Республикаһы — унитар дәүләт, шуның өсөн урындағы үҙидара нигеҙҙә урындағы проблемаларҙы хәл итә. Урындағы идара һәм үҙидара граждандар тарафынан депутаттарҙың урындағы Советы, башҡарма һәм эш итеүсе органдары, территориаль йәмәғәтселек үҙидараһы органдары, урындағы референдум тарафынан тормошҡа ашырыла.
Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге "Беларусь Республикаһында урындағы идара һәм үҙидара тураһында" тигән [4] 2010 йылдың 4 ғинуарында, үҙгәртеүҙәр һәм өҫтәмәләр менән баҫылған 108-З һанлы Беларусь Республикаһы Законы менән яйға һалына. Урындағы депутаттар Советы компетенцияһы Закондың 17-се статьяһы менән тәртипкә һалына .
Сәйәси партиялар
үҙгәртергәБеларусь Республикаһында партия системаһы үҫешмәгәнлекте төрлө сәбәптәр: партиялыҡ традициялары булмауы, бөтөн һайлауҙарҙы мажоритар система буйынса үткәреү, партияларҙың теркәлеүе һәм эшмәкәрлеге өсөн ҡатмарлы шарттар, гражданлыҡ йәмғиәтенең көслө үҫешмәүе һ.б. менән аңлатып була. Партия ғәмәлдә сәйәсәткә бөтөнләй тәьҫир итмәй. Төп партияларға:
- Беларусь Коммунистар партияһы;
- Республика хеҙмәт һәм ғәҙеллек партияһы;
- «Ғәҙел донъя» һулдар Белорус партияһы;
- Белорус Халыҡ фронты (БНФ) партияһы;
- Консерватив-христиан партияһы — БНФ;
- Граждандарҙың берләштерелгән партияһы;
- Белорус социал-демократик партиһы (Һромада);
- Либераль-демократик партиялары (Белоруссия) ҡарай.
Беларусь КГБ-һы
үҙгәртергә- Беларусь Республикаһы Дәүләт именлеге комитеты (бел. Камітэт дзяржаўнай бяспекі Рэспублікі Беларусь)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Чиркин В. Е. Современное государство. М., 2001. С. 154.
- ↑ Василевич Г. А. К вопросу о форме правления в Беларуси // Вестник Конституционного Суда. — 2006. — № 2.
- ↑ Структуры высшей исполнительной и законодательной власти // Европейский выбор для Беларуси. Электрон. документ. Режим доступа: http://kamunikat.org/download.php?item=1777-3.pdf . — С. 30
- ↑ Закон Республики Беларусь "О местном управлении и самоуправлении в Республике Беларусь" 2017 йыл 2 ғинуар архивланған.