Мэри Бейкер-Эдди (ингл. Mary Baker Eddy; 16 июль 1821 — 3 декабрь 1910) — Америка яҙыусыһы һәм ижтимағи-дини эшмәкәр, «Христиан фәне» дини хәрәкәткә нигеҙ һалыусы, «Изге Яҙмаға нигеҙләнгән фән һәм һаулыҡ» . «рухи дауалау» тураһында билдәле китап авторы (ингл. Science And Health, With Key To The Scriptures 1875).

Бейкер-Эдди Мэри
ингл. Mary Baker Eddy
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[3]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Mary Morse Baker
Тыуған көнө 16 июль 1821({{padleft:1821|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[4][1][3][…]
Тыуған урыны Bow[d], Мерримак[d], Нью-Гэмпшир[d], Америка Ҡушма Штаттары
Вафат булған көнө 3 декабрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Чеснат-Хилл[d][4]
Үлем сәбәбе пневмония
Ерләнгән урыны кладбище Маунт-Оберн[d]
Әсәһе Abigail Ambrose Baker[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, автор, дин белгесе
Эшмәкәрлек төрө дини башлыҡ[d]
Уҡыу йорто Pembroke Academy[d]
Является пациентом Финеас Куимби[d]
Йоғонто яһаусы Финеас Куимби[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей искусств Нельсона-Аткинса[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Бейкер-Эдди Мэри Викимилектә
« Шифа, дауа тураһындағы фән — хәҡиҡәт, дөрөҫлөк Әгәр кеше ялғансы икән, уның күңел торошо дауалау вәкәләттәренә ҡаршы; Ғорурлыҡ, көнләшеү, нәфрәт тураһында ла шулай тип әйтергә мөмкин һәм дә законһыҙ нәфсе һәм енеси теләк...[5] »


Бейкер Эдди кеше үҙен-үҙе дөрөҫ уй-фекер йүнәлеше менән дауалай, үҙ тормошо менән идара итә, һәм уның менән физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ләззәтләнә ала, тип раҫлай. Бындай дауалауҙы ул христиан дауалау ысулдары, тип атай.

Мэри Бейкер-Эдди фекеренсә, Иисустың (Ғайсаның) Изге Яҙмала һүрәтләнгән мөғжизәләр араһында тулыһынса аңлатырлыҡ факттар бар.[5]

Биографияһы

үҙгәртергә

Мэри Морс Бейкер Нью-Гэмпшир. штатындағы Боу ҡалаһында тыуған. Ул Эбигейл һәм Марк Бейкер ғаиләһендә алты бала араһында иң кесеһе була. Ата-әсәһе балаларын конгрегационализм дине ҡанундарына ярашлы тәрбиәләгән, ләкин Мэри яҙмышҡа һәм гонаһтарға ҡағылышлы ҡағиҙәләрҙе ҡабул итмәй.[6] Атаһынан айырмалы рәүештә, Мэри доға ярҙамында һәм хатта ауырыуҙарҙы дауалап була, тип уйлай. Бала сағында Мэриҙың һаулығы ныҡ насар була, хатта ғаиләһе һәм дуҫтары уның бәлиғ булыуға тиклем йәшәмәүенән ҡурҡа.[5]

Ун ете йәшендә генә Сэнборнтон-Бридждағы конгрегационалист сиркәүе мәхәлләһе ағзаһы була (хәҙерге ваҡытта — Тилтон (Нью-Гэмпшир)[7]. Бала саҡтан уҡ ул хроник ауырыуҙарҙан яфалана һәм Изге Яҙма менән мауыға, бигерәк тә уны илаһи дауалауҙар тураһында телгә алыуҙар йәлеп итә.

1843 йылдың 10 сентябрендә Мэри Морс Бейкер магистр дәрәжәһендә булған Джоррдж Вашигтон Гловерға кейәүгә сыға. (ингл. Royal Arch Mason) Ләкин ярты йылдан һуң тол ҡала, сөнки уның ире, улы тыуыуға бер нисә ай ҡалғас, тропик биҙгәктән үлә.[8] Мэриға ғаилә башлығы булып китергә һәм бала тәрбиәләргә тура килә, ул бер нисә урында эшләй. Ул «New Hampshire Patriot» өсөн сәйәси мәҡәләләр яҙа, шулай уҡ инновацион алымдар ҡулланып уҡытыусы булып эшләй. 1853 йылда Мэри ҡабаттан теш табибы Дэниел Паттерсонға кейәүгә сыға. Уның әсәһе Мэриҙың беренсе никахтан тыуған улын насар ҡабул итә, ә ире туйҙан һуң хыянат итә башлай. Бурысҡа бата һәм Мэриҙың мөлкәтен, биҙәүестәрен, мебелен һәм китаптарын аманатҡа ҡуя, улар бөлгөнлөккә төшә һәм Гротондағы йортонан китергә мәжбүр була. Мэри һеңлеһенең өйөнә күсә[9].

 
1894 йылда төҙөлгән Беренсе Христос-Ғалим сиркәүе. Бостон, 1900 йыл.
 
Христиан фәненең Әсә сиркәүе Бостон (штат Массачусетс) беҙҙең көндәрҙә. Алғы планда — тәүге әсә сиркәүе (1894 йыл), ә уның артында-киңәйтелгән әсә сиркәүе (1906 йыл).

1862 Йылда Мэри Бейкер гипнотизер һәм дауалаусы Финиэса Куимби пациенты була. Куимби «дауаһы» уға бер аҙ еңеллек килтерә һәм артабанғы донъяны ҡабул итеүгә йоғонто яһай. Куимби үлгәндән һуң, ул хәлһеҙләнеп, Библияға мөрәжәғәт итә. Матфейҙың Инжилендә ул Ғайсаның шифалы мөғжизәләре тураһында уҡый. Ошо мәлдән Христиан фәнен булдырыу менән мауыға башлай.

Уның төрлө теориялар буйынса тәжрибәләре физик ауырыуҙарҙың психик сәбәптәрен аңлау өсөн фекер йөрөтөүен асырға ярҙам итә. Изге Яҙманан алынған шифаларҙы анализлау һәм ошо кисерештәр менән бергә уны рухи асышҡа килтерә, ахыр сиктә ул христиан фәне тип аталасаҡ — «Наука христианства исцеление только через молитву».

Яңы дини хәрәкәттең нигеҙҙәре Мэри Бейкер-Эддиҙың «Фән һәм һаулыҡ» (1875) китабында ентекле бирелгән, һуңыраҡ ул «Фән һәм һаулыҡ, Изге Яҙмаға асҡыс менән»(«Наука и здоровье, с ключом к Священному Писанию») исеме аҫтында 400 тапҡыр нәшер ителә. Яңы тәғлимәтте вәғәзләү Бостонда, махсус рәүештә ошо сиркәү өсөн төҙөлгән йыйылышта алып барыла. Христиандар фәне сиркәүенә 1879 йылдың 23 апрелендә нигеҙ һалына, әле лә эшләп килә. Айырыуса ауыр йәки дауалап булмаҫлыҡ сирле кешеләр араһында тәғлимәт ҙур популярлыҡ яулай.

«Сирлеләрҙе һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе иҫкә төшөрөгөҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, иблестәрҙе ҡыуып сығарығыҙ!» - Мэри Эдди тәғлимәтенең лозунгыһы.[10]}}

1873 йылда Мэри Бейкер Паттерсон менән айырылыша, уны хыянат итеүҙә ғәйепләй. 1877 йылда ул ҡабат кейәүгә сыға. Уның ире Эйса Гилберт Эдди була (ингл. Asa Gilbert Eddy), 1882 йылда вафат була.

1908 йылда Мэри Бейкер Christian Science Monitorгәзитенә нигеҙ һала.

Мэри Бейкер-Эдди 1910 йылдың 3 декабрендә Ньютондағы үҙ йортонда (400 Beacon Street, Chestnut Hill, Newton, Massachusetts) вафат була. 1910 йылдың 8 декабрендә Mount Auburn Cemetery в Кембридж (Массачусетс))зыяратында ерләнә

В 1903 йыл Марк Твен «Христиан фәне» сатирик хикәйәһен баҫтырып сығара (ингл. Christian Science), Унда Мэри Бейкер-Эдди һәм уның хәрәкәтен тәнҡитләй.[5]


 
Мэри Бейкер Эдди, ок. 1864 йыл

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. http://www.usatoday.com/news/religion/2006-06-25-christianscience_x.htm
  3. 3,0 3,1 Gottschalk S. Mary Baker Eddy // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118687778 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Первооткрыватель, основатель и лидер христианской науки. Longyear Museum. Дата обращения: 28 февраль 2024.
  6. Lyman P. Powell. «Mary Baker Eddy - A Life Size Portrait». — Blunt Press, 2007. — С. 52. — 400 с. — ISBN 978-1406734010.
  7. Wilbur, 1908
  8. Sibyl Wilbur. Chapter IV // «The Life of Mary Baker Eddy». — The Christian Science Pub. Soc., 1908. — С. 38.
  9. Sibyl Wilbur. Chapter IV // «The Life of Mary Baker Eddy». — The Christian Science Pub. Soc., 1908. — С. 44.
  10. Официальный сайт Христианской Науки 2017 йыл 3 февраль архивланған. (инг.)


Һылтанмалар

үҙгәртергә