Безносов Николай Никитьевич

Безносов Николай Никитьевич (19 декабрь 1924 йыл — 7 ноябрь 2001 йыл) — СССР-ҙың велосипед спорты буйынса тренеры, саңғы буйынса ике төр ярыштың Бөтә союз категориялы судьяһы[1]. СССР-ҙың спорт мастеры (1952), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1961), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).

Безносов Николай Никитьевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Гольянск[d], Сарапул округы[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 ноябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры заслуженный тренер РСФСР

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Никитьевич Безносов 1924 йылдың 19 декабрендә Удмурт АССР-ының Гальянский Починок ауылында тыуған. Урал дәүләт физик культура университетын тамамлай.

СССР кубогының бронза призеры (1952), РСФСР саңғы буйынса ике төр ярыштың көмөш (1950) һәм бронза (1953) призеры.

СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1950-1952), бер үк ваҡытта РСФСР йыйылма командаһы тренеры (1950-1953).

1962 йылдан алып трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса ике төр ярыш буйынса Өфө олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, Өфөлә саңғыла һикереү өсөн трамплин төҙөүҙе ойоштороусыларҙың береһе була.

1970—1980-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы йыйылма командаһының өлкән тренеры.

Уҡыусылары үҙгәртергә

Тәрбиәләнеүселәре араһында И. И. Ғарифуллин, Ф. Ш. Зәкиров.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР-ҙың спорт мастеры (1952)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1961)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)
  • СССР кубогының бронза призеры (1952)
  • РСФСР саңғы буйынса ике төр ярыштың көмөш (1950) һәм бронза (1953) призеры

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башкирская энциклопедия. В 7 т. / Гл. редактор М. А. Ильгамов. Т.1: А—Б. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.

Һылтанмалар үҙгәртергә