Беглети мәсете - (груз. ბეღლეთის ჯამე) - Грузияның милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы.

Географияһы

үҙгәртергә

Беглети мәсете Аджариялағы Хуло муниципалитеты Беглети ауылында урынлашҡан.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Беглети мәсете - Аджариялағы иң боронғо мәсеттәрҙең береһе. Уның тәүге һалынған бинаһы беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Янғын арҡылы юҡҡа сыҡҡан.

Яңы бинаһы 19 быуатта һалынған, нигеҙе - таштан, ә бина үҙе ағастан төҙөлгән. Уның дәүмәле 8,6 х 15,5 м. Манараһы 83 фут, бейеклеге 32 метр.

1573 йылдың 26 июлендәге бер документта Биглети ауылы телгә алына, һәм унда 14 ғаилә йәшәгәне хәбәр ителә. Мәсеттең дә шул ваҡытта төҙөлгән булыуы ихтимал[1]..

Тәүге мәсет яҡын-тирә ауылдар өсөн төп мәсет (йәмиғ мәсете) булып торған. 1870 йылда, яңы мәсет төҙөлгәндә ауылда 126 ғаилә, йәғни 330 кеше йәшәгән[2].

2006 йылда Грузия президенты указы менән Беглети мәсете милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • აჭარის ლივის ვრცელი და მოკლე დავთრები, ოსმალური ტექსტი, თარგმანი, გამოკვლევა, კომენტარები და ფოტოასლები გამოსაცემად მოამზადეს ზაზა შაშიკაძემ და მარინა მახარაძემ, თბ., 2011, გვ. 14–18 рус. Обширные и короткие обсуждения Аджарии Ливи, османского текста, перевода, экспертизы, комментариев и фотографий, подготовленные Заза Шашикадзе и Мариной Махарадзе, Tб., 2011, с. 14-18

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. აჭარის ლივის ვრცელი და მოკლე დავთრები, ოსმალური ტექსტი, თარგმანი, გამოკვლევა, კომენტარები და ფოტოასლები გამოსაცემად მოამზადეს ზაზა შაშიკაძემ და მარინა მახარაძემ, თბ., 2011, გვ. 14–18
  2. Френкель А., Очерки Чурук-Су и Батума, Тифлись, 1879, გვ. 148
  3. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ рус. Указ Президента № 665, 2006 от 7 ноября, г. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры 2019 йыл 1 июль архивланған.