Баҡыев Мөғәлим Ғәлим улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры,шаймуратовсы, өлкән лейтенант

Баҡыев Мөғәлим Ғәлим улы (1910 йыл — 22 июль 1942 йыл[1][2]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән лейтенант[1][2][3].

Баҡыев Мөғәлим Ғәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Баҡыев Мөғәлим Ғәлим улы 1910 йылда Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында штаб начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1][2]. 1942 йылдың 22 июлендә һуғышта алған яраларынан вафат була. Баҡыев Мөғәлим Ғәлим улы Орел өлкәһенең Большой Колодезь ауылында[2], икенсе мәғлүмәттәр буйынса Курск өлкәһенең Больше-Полянский районы, Икенсе Тербуны ауыл Советы, 2-се Тербуны ауылында[1][2] ерләнгән.

Ҡатыны Бакеева Баныу Идиятулловна. Өй адресы: Өфө ҡалаһы Завод № 2в ИНОРС , 13-сө йорт, кв. 48.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә