Баҙмағош (тау)

Башҡортостандың Ишембай һәм Мәләүез райондары сигендәге тау

Баҙмағош- Рәсәйҙәге тау . Ул Башҡортостандың Ишембай районында Үрек йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан.

Баҙмағош
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Үрек йылғаһының Нөгөшкә ҡойған урынындағы тауҙар

Иң бейек урыны- 611, 5 м (тирә-яҡтағы тауҙарҙан 207 м бейегерәк), тау итәгенең киңлеге- 6,9 км. Һырттары текә, ҡатау свитаһы эзбизташтарынан тора.

Тауҙың көньяҡ битләүендә шишмәләр бар. Баҙмағошта Тылғыҫҡан (Үрек йылғаһы бассейны) йылғаһы ҡушылдыҡтары башлана. Тау өҫтө ҡайын һәм уҫаҡ ҡатнаш урман менән ҡапланған.

Баҙмағоштан 9,1 км алыҫлыҡта Аҡҡыр тауы ( бейеклеге 726 м) ята, көньяҡ-көнсығыш яҡтан уны Ишембай һәм Мәләүез райондары сигендәге тауҙар уратып алған, ә төньяҡ-көнбайышта дала башлана.

«Баҙмағош» атамаһы «баҙма»- «баҙнат итмә» һәм «ҡош» һүҙҙәренән алынған тигән фараз бар (сағыштыр: Саҡмағош).

Һылтанмалар

үҙгәртергә