Бағаряҙ — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Бағаряҙ
Характеристики
Оҙонлоғо9 км
Киңлеге3 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге477 м
Урынлашыуы
53°45′30″ с. ш. 56°39′29″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Бағаряҙ
Ишембай районы
Красная точка
Бағаряҙ

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Ишембай һәм Ғафури райондары буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 477 м. Рельефында текә битләүҙәр һәм ҡаялы яланғас тау тоҡомдары, тау араһы уйһыулыҡтары өҫтөнлөк итә. Аҫҡы карбондың турней ярусы һәм визе ярусының карбонатлы тоҡомдарынан (ҙур һәм ҡатламлы эзбизташтар, аргиллиттар, һирәгерәкдоломиттар һ.б.) ғибәрәт. Карст таралған. Рәүҙәк йылғаһының үрге ағымында ер аҫты аҡмалары бар. Ландшафтар киң япраҡлы урмандарҙан (имән, йүкә, йыла,саған) тора. Бағаряҙ итәгендә йоҡа ҡатламлы ташлы һәм һоро урман тупраҡтарында имән урмандары үҫә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә