Баязит ауылы мәсете
Баязит ауылы мәсете — Башҡортостандың Миәкә районы Баязит ауылында урынлашҡан мәсете. 1930‑сы йылдарҙа һүтелгән ағас мәсет урынына 1997 йыл төҙөлә. Мәсетте һалыуҙа район хакимиәте, предприятиелар һәм айырым кешеләр ярҙам күрһәтә. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратына ҡарай. Мәсет (8х16х5 м) бер ҡатлы, 2 кимәлле, 4 яҡлы ҡыйыҡлы, сталактит кәрнизле; стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған. Цоколе, кәрниздәре, аркалы тәҙрәләре һәм ишектәре ҡабарынҡы таш менән биҙәлгән. Манараһы (бейеклеге 33 м) кирбестән, 3 яруслы, мәсет уртаһына ултыртылған; ҙур һәм бәләкәй балкондар менән уратылған. Цоколь ҡатында хеҙмәткәрҙәр өсөн һәм уҡыу бүлмәләре, тәһәрәт алыу бүлмәләре урынлашҡан. Намаҙ уҡыу залында ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн сөннәтсә (балкон) ҡоролған. Зал стеналары Ҡөрьәндән сүрәләр менән биҙәлгән. Мәсет эргәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү курстары эшләй.
Мәсет | |
Баязит ауылы мәсете
| |
Баязит ауылы мәсете | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
Район | Миәкә |
йүнәлеш, мәктәп | сөнниҙәр |
Диниә назараты, мөхтәсибәт | Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты |
Мәсет төрө | Йәмиғ мәсете |
Төҙөлөү датаһы | 1997 йыл |
Бина майҙаны | 8х16х5 м |
Көмбәҙҙәр һаны | 4 |
Бейеклек | 33 |
Манаралар һаны | 1 |
Материал | кирбес,ағас |
Торошо | ғәмәлдә |
Тәрәүих | |
Ифтар |
Имам‑хатиптары
үҙгәртергә- И.Р.Шәморатов (1997 йылдан алып)
- М.М.Фазрахманов (2001 йылдан алып).