Башҡорт (ҡәбиләләр башлығы)
Башҡорт (Башгирд, Башджурт) — башҡорт ҡәбиләләре башлығы.
Мәғлүмәттәр
үҙгәртергәX быуаттың 1-се яртыһында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса IX быуаттың 1-се яртыһында) йәшәгән һәм башҡорт ҡәбиләләре башлығы булған. Хазар ҡағанлығының сәскә атыуы осоронда (VIII быуат аҙағы — IX быуат) уның сәйәси власының башҡорттар иленә таралыуы ихтимал. СССР тарихсы-археологы М. И. Артамонов буйынса, ғәрәптәр менән һуғыш йылдарында Көньяҡ Урал хазарҙар өсөн ышаныслы тыл ролен уйнаған.
XI быуат фарсы тарихсыһы Гардизи, Ибн әл-Мукафф (яҡынса 780 йылғы) мәғлүмәттәрен файҙаланып[1], 1050 йыл тирәһендә яҙылған «Зәйн әл-әхбәр» («Хәбәрҙәр биҙәге») хеҙмәтендә, Башҡорт (Башгирд, Башджурт) исемле шәхес тураһында телгә ала. Башҡорт «хазарҙарҙың иң юғары дәрәжәлеләренән була. Ул 2000 һыбайлыһы менән хазарҙар һәм ҡыймаҡтар араһында урынлаша. Хазар ҡағаны Башҡортҡа саҡлабты ҡыҫырыҡлап сығарыу тәҡдиме менән кеше ебәрә…» тиелә унда. Шулай итеп, ул затлы кеше була, Хазар ҡағанына буйһона, ҙур территорияға эйә була һәм уның 2000 кешелек ғәскәре була. Күрәһең, ул Хазар ҡағанлығының айырым провинцияһы наместнигы булған. Бөтә яҙма сығанаҡтарҙа «башҡорт» исеме халыҡ исеме булараҡ ҡулланыла, шуға күрә Гардизи мәғлүмәттәре, моғайын, иртәрәк булған ваҡиғаларға барып тоташа.
Гардизи ҡырғыҙҙарҙың башлығы хазар ҡағанына килгәнен хәбәр итә. Ҡаған ҡырғыҙға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә, ул ситкә китергә мәжбүр була һәм Башҡортҡа килә. Был хаҡта ишеткәс, хазар ҡағаны Башҡортҡа кешене ебәрә һәм уны ҡыуып сығарыуҙы талап итә. Башджурт был хаҡта саҡлиб (ҡырғыҙҙар башлығы) менән һөйләшә һәм икенсе биләмәләргә юллана. Юлда ул ҡыймаҡтар һәм туғыҙ уғыҙҙар биләмәләре араһындағы бер урынға килә. Туғыҙ уғыҙҙар ханы үҙ ҡәбиләһе менән низағ сыға, был күптәрҙең үлеменә сәбәпсе була. Ҡалғандары тарала һәм был урынға әкренләп саҡлибтар килә башлай. Хан бөтәһен дә ҡабул итә һәм уларға яҡшылыҡ күрһәтә, шуға күрә улар күп йыйыла. Ул кешене Башҡортҡа ебәрә, уның менән дуҫлаша һәм шуның менән көсәйә, шунан һуң ғуҙҙарға (уғыҙҙарҙың бер төркөмөнә) һөжүм итә. Хан уның эргәһендә йыйылған ҡәбиләгә ул «ҡырғыҙ» исемен бирә.
Исеменә бәйле фараздар
үҙгәртергәФараз буйынса, ҡәбиләләр башлығы йәки хан исеменән башҡорт халҡының этнонимы барлыҡҡа килгән. Был фаразды тәүгеләрҙән булып Н. В. Бикбулатов нигеҙләп яҙған[2]. Бынан тыш, башҡорт — риүәйәттәрҙә дала традицияһына ярашлы башҡорттарҙың етәксеһе исеменә әүерелгән боронғо этноним, тигән фекер бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Аҡбулатов И. М., Ильясов Б. С. Гардизи // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Бикбулатов Н. В. Этноним башкорт. // Башкирская этнонимия. — Уфа, 1987. — С. 29—48.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бартольд В. В. Извлечение из сочинения Гардизи Зайч ал-Ахбар. Сочинения. В 2 т. Т.8. — М., 1973. — С. 46, 47.
- Гумилёв Л. Н. Древняя Русь и Великая Степь. — М., 1997.
- Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа, 2009.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хәмиҙуллин С. И. Башгирд // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.