Башҡорт сортлы бәрәңге
Башҡорт бәрәңгеһе (картуфы) — Рәсәйҙә сығарылған ашауға тәғәйенләнешле картуф сорты
Башҡорт сортлы бәрәңге | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|
Сығышы
үҙгәртергәБашҡорт сорты бәрәңгеһе Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институты һәм ДФИ ВНИИ-ның А. Г. Лорх исемендәге Бәрәңге хужалығы селекционерҙары тарафынан сығарылған. 1991 йылда Белоусовский һәм 289/82-3 ВНИИКХ гибрид (Мәскәү) сорттарын ҡауыштырып алынған.
Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрына 2007 йылда Урал төбәге буйынса индерелгән.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәАшауға тәғәйенләнешле төрҙәргә ҡараған иртә өлгөрә торған сорт. Вегетация осоро — 60-80 көн.
Ҡыуағы уртаса бейеклектә, һабаҡтары тура тиерлек тора. 4-тән 8-гә тиклем һабаҡ сығара. Япраҡтары уртаса ҙурлыҡта, йәшел төҫтә. Ситтәре ныҡ «бөҙрәләнә». Таждары эре, ҡыҙғылт-шәмәхә төҫтә. Емеш алмаһы һирәк була.
Уңдырышлылығы 149—311 ц/га тәшкил итә.
Бүлбеһе оҙонса түңәрәк. Тышсаһы шыма, ҡыҙыл. Эсе аҡ. 90-198 грамм тарта.
Йөкмәткеһендә крахмал 14,6—19,8 %%. Серемәй һаҡланыуы 95 %. Картуф рагына тотороҡло, алтынһыу нематодаларға бирешмәй.
Ҡоролоҡҡа сыҙам, тупраҡтағы яҙғы дым запасын һөҙөмтәле ҡуллана.
Башҡорт сортлы бәрәңгенең үҙенсәлеге — колорадо ҡуңыҙына бирешмәй, уның япраҡтары бөжәктәргә һиҙгер һәм шунлыҡтан уларҙы «тәгәрәтеп» төшөрөп тора. Юғары некрогенетик һәм ингибитор кәртәле.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Картофель//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Картофель сорт БАШКИРСКИЙ
- Башкирский (картофель)
- Башкирский (картофель) 2020 йыл 21 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Картофель// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.