Башҡорт Алатауы
Баш Алатау, Башҡорт Алатауы — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Баш Алатау, Башҡорт Алатауы | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 10 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 540 м |
Урынлашыуы | |
53°30′14″ с. ш. 56°18′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәМәләүез һәм Ишембай райондарында Нөгөш һыуһаҡлағысының уң яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, көньяҡ өлөшөнөң — 6 км тиклем, абсолют бейеклеге 540 м (Ҡыҙылташ тауы).
Рельефында 4 форма асыҡ айырыла:
беренсеһе — Үсҡаныш йылғаһы (Нөгөш й. ҡушылдығы) үҙәненә төшөүсе, өҫкө өлөштәрендә текә һәм итәктәрендә һөҙәк булған ныҡ соҡорло көнбайыш битләүҙәре.Рельефтың тигеҙлектән тау формаларына күсеүе күҙәтелә;
икенсеһе — һыуһаҡлағысҡа төшөүсе ныҡ йырғыланған көнсығыш битләүҙәре;
өсөнсөһө — һырттың сусаҡ формалы 2 түбәһе булған һөҙәк убалы‑түбәле киң өҫкө өлөшө;
дүртенсеһе — ваҡ йылға үҙәндәре менән йырғыланған һөҙәк битләүле яйла һымаҡ төньяҡ өлөшө.
Карст үҫешкән: упҡындар, «таш ҡапҡалар», эзбизташтан торған текә стеналы тарлауыҡтар, мәмерйәләр, ярлауҙар. Карбон һәм пермь эзбизташтары, доломиттары, ҡомташтары, алевролиттары һәм аргиллиттарынан тора.
Һөҙәк итәктәрен һәм тәпәш түбәләрен ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡарағай ҡатыш йүкә һәм йыланан торған ҡатнаш урмандар биләй.
Көньяҡ өлөшөндә имән һәм ҡайын-ҡарағай урмандары үҫә, селек ҡатыш мезофиттан торған урман аҡландары хас.
Түбәләрендә тау‑болонло урман-дала комплекстары формалашҡан, казак артышы осрай.
Һырттың көнсығыш битләүҙәрендә Башҡортостан милли паркы урынлашҡан.
Топонимика
үҙгәртергәИкенсе атамаһы Баш Алатау. Ул иң ҙур тау тигәнгә ишара.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Башҡорт Алатауы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.