Башҡортостан (сауҙа үҙәге)
Сауҙа үҙәге | |
«Башҡортостан»
| |
«Башҡортостан» сауҙа үҙәге, ААЙ | |
Ил | Башҡортостан |
Адрес | Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 205а |
Төҙөлөшө | 1979—1987 йылдар |
Статус | ААЙ |
Сайт | Рәсми сайт |
«Башҡортостан» сауҙа үҙәге Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан. 1987 йылдың 31 октябрендә асылған[1].
Тарих
үҙгәртергә1979 йылда нигеҙ һалына. 1987 йылда файҙаланыуға тапшырыла һәм 31 октябрендә асылған. 1994 йылда Башҡортостан сауҙа үҙәге хәҙерге статусын ала.
Йүнәлеше
үҙгәртергәАҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары (50 меңдән ашыу төр) менән ваҡлап-күмәртәләп сауҙа итеүҙе, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһын етештереүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра, 90-ға яҡын өҫтәмә хеҙмәт күрһәтә. Дөйөм майҙаны 36 мең м² булған бинаны биләй, шул иҫәптән сауҙа залдары — 11,7 мең м², склад бүлмәләре — 5,4 (һыуытылғандары — 0,4).
Составы: 2 универсаль магазин, йәмәғәт туҡланыуы комбинаты (ресторан, кафе, бар, ашхана); 4 мең берәмектән ашыу сауҙа-технологик һәм һыуытыу ҡорамалы, 1000 еңел автомобилгә автотуҡталҡаһы бар. 2010 йылда 400‑ҙән ашыу кеше эшләгән. «Башҡортостан» хеҙмәттәре менән көн һайын 10—20 мең кеше файҙалана.