Башҡортостан тупрағы һәм тупраҡ ресурстары
Тупраҡ төрҙәре
үҙгәртергәБашҡортостан территорияһында тупраҡтың төп дүрт төрө: һоро урман тупрағы, кәҫле-көлһыу, ҡара тупраҡтар, тау тупрағы айырылып тора.
Һоро урман тупрағы
үҙгәртергәҺоро урман тупрағы башлыса республиканың төньяғында Ағиҙелдең уң яҡ яры буйлап Эҫем тамағынан аҫтараҡ күҙәтелә. Был тупраҡ республика майҙанының өстән бер өлөшөн тиерлек биләй һәм урман зонаһы өсөн хас. Был зонала яуым-төшөм мул, шуға һыу серемтәнең байтаҡ өлөшөн йыуып алып китә. Серемтә һоро урман тупрағында ни бары — 3—7 %.
Кәҫле-көлһыу тупраҡ
үҙгәртергәКәҫле-көлһыу тупраҡ та урман зонаһы өсөн хас күренеш, Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндә күҙәтелә һәм республика майҙанының яҡынса ундан бер өлөшөн биләй.
Был тупраҡ ылыҫлы урмандарҙа киң таралған. Ылыҫлы ҡара урмандарҙа ҡояш ерҙе аҙ йылыта, ҡойолған ылыҫ әкрен серей, ирегән ҡар һыуҙары һәм ямғыр һыуы тупраҡты ныҡ йыуҙыра һәм серемтәне кәметә, тупраҡ көлһыу һоро төҫкә инә. Серемтә бындай тупраҡта 3—4%-тан артмай.
Ҡара тупраҡ
үҙгәртергәҠара тупраҡ урманлы дала һәм дала зоналарында, башлыса Ағиҙелдең һул яҡ яры буйлап һәм Урал аръяғында, киң таралған. Был тупраҡ республика майҙанының сама менән яртыһын биләй. Уның күп өлөшөн ҡеүәтле, йәғни ярты метр һәм унан да ҡалыныраҡ тупраҡ ҡатламы тәшкил итә. Серемтә был тупраҡта 15 %-ҡаса етә. Тупраҡты серемтәгә байытыу өсөн шарттар бик уңайлы — уртаса дымлылыҡ һаҡлана һәм ҡояш нурҙары тупраҡты яҡшы йылыта.
Таулы тупраҡ
үҙгәртергәТаулы Башҡортостан өсөн аҙ ҡеүәтле һәм йоҡа ҡатламлы тау тупрағы хас, ул республикала 8 % майҙанды биләй. Был тупраҡта ваҡ таш, онталған тау тоҡомдары күп өлөштө алып тора, серемтә бик аҙ.
Тупраҡ һәм кеше
үҙгәртергәКеше өсөн ул тупраҡ ресурсын тәшкил итә. Тупраҡҡа ауыл хужалығы, йәғни игенселек һәм малсылыҡ, нигеҙләнә. Ауыл хужалығы аҙыҡ сәнәғәтен үҫтереү өсөн нигеҙ һала. Тап бына тупраҡ агроклимат ресурстары менән бергә ауыл хужалығында файҙаланылыусы ерҙәрҙең ҡиммәтен билдәләй ҙә инде. Ә бындай ерҙәр республика майҙанының яртыһын тиерлек алып тора. Ауыл хужалығы ерҙәренең 65 % самаһы — һөрөнтө ерҙәр, 34%-ы сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр, 0,5%-тан ашыуы — ултыртылған күп йыллыҡ йәшел һыҙаттар.
Ауыл хужалығы тупрағы
үҙгәртергәАуыл хужалығы ерҙәренең төп майҙаны Көнбайыш Башҡортостанға тура килә. Бында ҡайһы бер райондарҙа ауыл хужалығы ерҙәре бөтә майҙандың 80 %-ҡа тиклемен биләй. Ауыл хужалығы ерҙәрендә һөрөнтө майҙандар өҫтөнлөк итә. Татырлыраҡ (84 мең га), ташлыраҡ (640 мең га), шулай уҡ ел һәм һыу эрозияһына дусар ителгән (4 000 мең га) ерҙәр ер һәм тупраҡ ресурстарының баһаһын бер ни тиклем төшөрә.
Тупраҡҡа кешенең йоғонтоһо
үҙгәртергәТупраҡҡа кешенең йоғонтоһо ике яҡлы — ыңғай һәм кире тәьҫир. Кешенең тупраҡҡа кире йоғонтоһо уның тәбиғи эрозияһын көсәйтеүендә күренә. Башҡортостанда сәсеүлек майҙандарын күбәйтергә теләп, йыш ҡына тау ипкендәре һөрөлә. Ғәҙәттәге һабан менән йыл һайын кәҫте әйләндерел һөрөү һәм сама белмәй һуғарыу ҙа тупраҡҡа зыян килтерә. Нефть сығарған һәм эшкәрткән урындарҙа ла тупраҡтың бысраныу осраҡтары йыш була.
Tупраҡ эрозияһы
үҙгәртергәКеше эшмәкәрлегенән килеп тыуған тупраҡ эрозияһынан һөрөнтө ер майҙаны кәмей, соҡорҙар күбәйә. Тупрағы иң ныҡ зарарланған ерҙәр майҙаны көнбайышта, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, һәм көньяҡтарДөйөм һырт тирәһендә, киңәйә бара.
Һөрөлгән ер майҙандарында ел эрозияһы, тупраҡты ел осороу көсәйә. Ер эрозияһы бигерәк тә Туймазы, Благовар, Әлшәй, Дәүләкән, Бишбүләк һәм Көнбайыш Башҡортостандың башҡа райондарында ныҡ һиҙелә.
Республикала 2300-ҙән ашыу ҙурая барыусы йырындар барлығы билдәләнде, шул сәбәпле 250 мең гектарға яҡын ер майҙаны ауыл хужалығы әйләнешенән сығарылды. Серемтә ҡатламы яртылаш йыуылып көслө эрозияға дусар ителгән ер майҙаны ла шул сама булыр. Тикшеренеүселәрҙең мәғлүмәттәре республикала йыл һайын 10-дан 50 тоннаға тиклем һәм унан да күберәк тупраҡ йыуҙырылғанын күрһәтте.
Ыңғай йоғонто
үҙгәртергәКешенең тупраҡҡа ыңғай йоғонтоһон беҙ уны эрозиянан һәм бысраныуҙан һаҡлауҙа, уңдырышлылыҡты күтәреүҙә күрәбеҙ. Тупраҡты һаҡлаусы саралар системаһы ҡулланыла: урман һыҙаттары ултыртыла, яҫы төрәнле һабандар менән кәҫте әйләндермәй һөрөү ҡулланыла, тау ипкендәре арҡырыға һөрҙөрөлә. Те-кәрәк тау битләүҙәрендә рәт-рәт итеп күп йыллыҡ үлән сәселә. Ипкендәрҙә тау арҡырыһына ҡар тотоу эше башҡарыла, һаҡлаусы дөрөҫ сәсеү әйләнештәре индереү ҙә уны эрозиянан һаҡлауға булышлыҡ итә. Сәсеү әйләнешендә ашлыҡты күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ ҡуҙаҡлылар менән сиратлаштырып сәсеү яҡшы һөҙөмтә бирә: тупраҡтың уңдырышлылығы арта.
Тупраҡты һаҡлау
үҙгәртергәТупраҡты йыуылыуҙан һаҡлау маҡсатында йырындарға ҡаршы көрәш алып барыла. Йырын һәм соҡорҙарҙы әйләндерел ағас ултыртыла, төптәре арҡырыһына быуҙы-рыла, йырын ситтәренән өҫтәрәк уға һыу аҡмаҫлыҡ итеп тупраҡ өйҙөрөлә.
Портал «Башҡортостан» |
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хисмәтов М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы. 9 -сы класс, Өфө, «Китап» 2001 йыл. 200 бит.