Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды

(Башҡортостан Юғары суды битенән йүнәлтелде)

Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды — Башҡортостан Республикаһы территорияһында Рәсәй Федерацияһы суд власының юғары федераль органы.

Башҡортостан Республикаһының
Юғары Суды
Төр

федерация субъектында дөйөм юрисдикция федераль суды

Суд инстанцияһы

апелляция инстанцияһы суды, кассация инстанцияһы

Юрисдикция

Башҡортостан Республикаһы

Ялыу биреү органы

Рәсәй Федерацияһының Юғары Суды

Ойошторолған

1920

Эш башҡарыу

русса, башҡортса

Етәкселәр
Рәйес

Тарасенко Михаил Иванович

Вазифаға ингән

03.12.2007

Ултырыштар залы
Урынлашҡан

Өфө

Адресы

Матросов ур. 1
Пушкин ур., 88

Сайт

http://vs.bkr.sudrf.ru

Рәсәй Федерацияһының Юғары Судына ҡараған дөйөм юрисдикция суд системаһына инә. Дөйөм юрисдикциялы район (ҡала) судтары өсөн — Апелляция инстанцияһы һәм Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары өсөн — күҙәтеү инстанцияһы.

Суд эшмәкәрлеге Рәсәй Конституцияһы һәм «Рәсәй Федерацияһының суд системаһы тураһында» федераль конституцион законы менән көйләнә.

1920 йылда Башҡорт автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Халыҡ судьялары советы барлыҡҡа килгән.

1922 йылғы Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән Башҡорт өлкә суды ойошторола, ә 1923 йылда — Башҡорт АССР-ының Баш судына (Башглавсуд) әйләнә.

1937 йылда Башглавсуд Башҡорт АССР-ының Юғары судына үҙгәртелә, 1990 йылда — Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Юғары суды тип атала.

Хәҙерге исемен 1992 йылдан йөрөтә.

Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды составына түбәндәгеләр инә:

  • граждандар эштәре буйынса коллегия
  • енәйәт эштәре буйынса коллегия.

Суд ҡарамағындағы эштәр

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды ҡарамағына:

  • енәйәт эштәре[1]
    • Рәсәй Енәйәт кодексының 105 п. 2, 126 п. 3, 131 п. 3, 205, 206 п. 2, 3, 209—211, 212 п. 1, 227, 263 п. 3, 267 п. 3, 269 п. 3, 275—279, 281, 290 п. 3, 4, 294—302, 303 п. 2, 3, 304, 305, 317, 321 п. 3, 322 п. 2, 353—358, 359 п. 1, 2 һәм 360 статьялары буйынса;
    • Рәсәйҙең Енәйәт-процессуаль кодексының 34, 35 статьяһына ярашлы судҡа ебәрелгән эштәр;
    • материалдарында дәүләт серенә ҡараған мәғлүмәт булһа.
  • гражданлыҡ эштәре[2]
    • дәүләт серҙәренә бәйле;
    • граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуҡтарына, законлы мәнфәғәттәре һәм азатлығына ҡағылған Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдарының норматив хоҡуҡи акттары менән риза булмау;
    • Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә урынлашҡан сәйәси фиркәләрҙең төбәк бүлексәләре йәки башҡа бүлексәләре, төбәк-ара һәм төбәк йәмәғәт берләшмәләре эшмәкәрлеген туҡтатыу йәки бөтөрөү; урындағы дини ойошма, үҙәкләштерелгән дини ойошма эшмәкәрлеген туҡтатыу; бер субъект сиктәрендә урынлашҡан юридик берәмек булмаған төбәк һәм урындағы, урындағы дини ойошмаларҙан торған үҙәкләштерелгән йәмәғәт берләшмәләре һәм дини ойошмалар эшмәкәрлеге тыйыу; башлыса Башҡортостан Республикаһы территорияһында таралған киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген ваҡытлыса йәки бөтөнләй туҡтатыу тураһында;
    • кимәленә ҡарамаҫтан, һайлау комиссияһы ҡарарҙарына (ҡарар ҡабул итеүҙән баш тартыу) ялыу биреү;
    • Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары, Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыу (вәкәләт) органдарына һайлау буйынса округ һайлау комиссияһын тарҡатылыуы тураһында.

Етәксеһе

үҙгәртергә

Михаил Иванович Тарасенко — Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды рәйесе. Рәсәй федерацияһының Президентының 2007 йылдың 3 декабрендәге 1610 һанлы указына ярашлы тәғәйенләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Статья 31 УПК РФ
  2. Статья 26 ГПК РФ от 14.11.2002 № 138-ФЗ

Һылтанмалар

үҙгәртергә