Башҡортостан Республикаһының татар тарихи-мәҙәни үҙәге

Башҡортостан Республикаһының татар тарихи-мәҙәни үҙәге — йәмәғәт ойошмаһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы.

Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Килем ауылында мәҙәни мираҫты, телде, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, татар кәсептәрен тергеҙеү маҡсатында 2003 йылда ойошторола. Был урын осраҡлы ғына һайланмаған: ауыл халҡы үҙ халҡының рухи һәм матди мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған. Килем ауылы бай һәм боронғо тарихҡа эйә. Ауылда быуат башында төҙөлгән үҙенсәлекле архитектура ансамбле - Тәвкилевтәр, эре алпауыттар, Петр I эргәһендәге төрөк (1711) һәм фарсы (1722) походтары ваҡытында тәржемәсе Кутлумөхәмәт Тәвкилевтың усадьбалары һаҡланған. Диниә назаратының иң билдәле вәкилдәренең береһе - Тәвкилев Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы, 1865-1885 йылдарҙа - Ырымбур Мосолмандар диниә назараты мөфтөйө, рәйесе.

2005 йылдың 2 мартында Бүздәк районының Килем ауылында «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. БР Хөкүмәтенең 2006 йылдың 13 апрелендәге 85-се ҡарары менән 2006 йылдың 1 июненән ул Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто Дәүләт бюджет учреждениеһының филиалы булып тора.

2015 йылдың мартынан алып Бүздәк ауылында район Мәҙәниәт йортона күсерелә.

Татар тарихи-мәҙәни үҙәге халыҡ байрамдары үткәрә: «Һабантуй», «Орсоҡ өмәһе», « Ҡаҙ өмәһе», «Әбейҙәр сыуағы», «Беренче буҙаҙна», «Беренсе көлтә», «Урам байрамы», «Уңыш байрамы», «Сәскәләр байрамы», «Дуҫ күршеләр», «Эх, тэмле сәйҙәләре...» кеүек йола байрамдары, «Ураҙа байрамы», «Науруз», «Шәжәрә байрамы», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» һәм «Бәлешфест» фестивале.

Татар тарихи-мәҙәни үҙәге ҡарамағында «Хәтирә» фольклор коллективы ойошторолған, ул бөтә район һәм республика сараларында әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын татар телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, халыҡ йолаларын өйрәнеү буйынса «Сатҡылар» йәйге балалар лингвистик лагеры ойошторола.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә