Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто (Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт бюджет учреждениеһы) — Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәтен һәм туған телен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн ойошторолған ойошма. 1994 йылдың 19 апрелендә БР Президенты Указына ярашлы барлыҡҡа килә[1].

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто
Нигеҙләү датаһы 19 апрель 1994
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Бойһонған ойошма (филиал) Сәйетбаба ауылы «Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге»
Адрес Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56
Рәсми сайт addnrb.ru

Филиалдары

үҙгәртергә

БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәр милләттең милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи-архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау, милли үҙаңын уятыу маҡсатында тарихи-милли үҙәктәр аса һәм 2006 йылдың 1 июнендә, БР Хөкүмәтенең 85-се ҡарарына ярашлы, был үҙәктәргә Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң филиалдары статусы бирелә. Бөгөнгә учреждениеның 26 филиалы бар. Улар: «Темәс» (Баймаҡ районы), «Сәйетбаба» (Ғафури районы), Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» (Благовар районы), Муса Гәрәев исемендәге (Илеш районы), Туймазы районы, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы — ЮГРА, Татарстан Республикаһы — башҡорт, мишәр (Балтас районы), татар (Бүздәк районы), украин (Стәрлетамаҡ районы), белорус (Иглин районы), латыш (Архангел районы), сыуаш (Ҡырмыҫҡалы районы), мари (Мишкә районы), удмурт (Тәтешле районы), немец — Благовар районы), мордва (Федоровка районы) тарихи-мәҙәни үҙәктәре, «Никольский храм» (Краснокама районы), «Красный яр» — рус (Өфө районы), Цветаева әҙәби, Аксаков (икеһе лә — Бәләбәй районы) тарихи-мәҙәни үҙәктәре[2].


Директорҙары

үҙгәртергә
  • Алсынбаев Шәрифулла Сәйфулла улы (1998-2009)[3]
  • Ибраһимов Азат Әхмәт улы (2014-2019)[4].
  • Солтанморатов Илгиз Зәнфир улы (2019-2021)[5].
  • Мирхәйҙәрова Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы (2021-2022).
  • Ғайсина Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы (2022 йылдың сентябренән[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә