Башкарди теле
Башкарди йәки Башагәрди (ингл. Bashkardi йәки ингл. Bashagerdi) теле Көньяҡ-көнсығыш иран теле [5][6], Ирандың көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә Керман, Систан, Белуджистан һәм Hormozgan провинцияларында ҡулланыла. Был тел ларезани һәм кумзари ҡәүемдәре менән тығыҙ бәйле.
Башкарди теле | |
Дәүләт | Иран[1][2] |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Керман[d] һәм Хормозган[d] |
Яҙыу | Ғәрәп алфавиты |
Телдә һөйләшеүселәр | 7030 кеше (2000) |
Телдең ЮНЕСКО статусы | 3 юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында[d][3] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 7 Shifting[d][4] |
Таралыуы
үҙгәртергәТығыҙ ареал бәйләнештәре сәбәпле, был төньяҡ-көнбайыш иран бәлүжиҙәренең күсеш диалекты төркөмөнә күсеүгә нигеҙ булып тора. Көньяҡ Башкарди көньяҡ-көнбайыш Ирандағы күршеләренән Төньяҡ Башкардиҙа йәшәгәндәргә ҡарағанда нығыраҡ айырылып тора [7]. Башкарди Гармсири тел төркөмөнә яҡын һөйләш, Халилруд йылға үҙәненән Ормуз боғаҙына тиклем йәшәгән ҡәүемдәрҙең тығыҙ бәйләнгән диалекттарынан тора.
2009 йылғы Ethnologue баҫмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башкарди телендә Иранда 7030-лап кеше һөйләшә, улар Гормозган, Керман, Систан һәм Белуджистан төбәктәрендә йәшәй [8]. Башкарди теле ике диалект төркөмөнә - төньяҡ һәм көньяҡ һөйләштәренә - ҡарай [9].
Тармаҡланышы
үҙгәртергәБашкарди теле һинд-европа телдәренең төньяҡ-көнсығыш иран тармағына ҡарай [10] .
Тарихы
үҙгәртергәТарихын тикшереү 19-сы быуатта башланған. Башкарди диалектындағы һүҙҙәр һәм һөйләмдәр иң беренсе булып Р. А. Флойерҙың Unexplored Balūchistan ("Өйрәнелмәгән Белуджистан") китабында донъя күрә (467f бите). 1876 йылда Флойер Башкардҡа килгән була. Фарсы ҡултығы яры буйындағы сәйәхәт иткәндә башкардиса яҙып алынған бер нисә һүҙ, Моргенштерн тигән тикшеренеүсе “Balochi Miscellanea” (1948, 253-54 бб.) тигән мәҡәләләрендә телгә алғансы, иран ғалимдарының иғтибарын йәлеп итмәгән. 1956 йылда И. Гершевич менән ҡатыны Моргенштерн тәҡдиме менән Башкардҡа лингвистик материал йыйыу өсөн сәфәр ҡыла. 1959 йылдың 8 апрелендә И. Гершевич Король Урта Азия йәмғиәтендә сәйәхәт тураһында лекция уҡый һәм шунан бирле башкарди һүҙҙәре һәм грамматик формалары һәм уларҙың бер-береһе менән бәйле диалекттары тураһында мәҡәләләр яҙырға тотона. 1972 йылда норвег ғалимы Продс Октор Скьяерво (w:en:Prods Oktor Skjaervo) (норв. Prods Oktor Skjærvø ) күп материал йыйып, яҙмалары 1975 йылда баҫылып сыға.
Башҡорт ғалимы Салауат Абдрахман улы Ғәлләмов "Башҡорд һинд-герман философияһы нигеҙҙәре" тигән 4-томлығында Урал башҡорттары менән Месопотамия курдтарының ҡәрҙәш булыуы тураһында фараз итә [11]. "Урал батыр" эпосын[12], башҡорт, башкарди телдәрен сағыштырып өйрәнә[13]
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.unesco.org/languages-atlas/en/atlasmap/language-id-2301.html
- ↑ ScriptSource - Iran
- ↑ Красная книга языков ЮНЕСКО
- ↑ Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
- ↑ see M. Mayrhofer, in Compendium Linguarum Iranicarum, ed. R. Schmitt, Wiesbaden, 1988, forthcoming, and G. Windfuhr, ibid
- ↑ Compendium Linguarum Iranicarum. — Wiesbaden: Reichert, 1989.
- ↑ Yarshater, Ehsan, ed. (1988), "Baškardi", Encyclopædia Iranica, London and New York: Routledge, <http://www.iranicaonline.org/articles/baskardi-basakerdi-collective-designation-for-numerous-dialects-spoken-in-southeastern-iran-from-bandar-e-abbas-eastwar>. Проверено 30 декабрь 2018.
- ↑ Lewis, M.; Paul, Gary F.; Simons, and Charles D. Fennig (2015). «Bashkardi A language of Iran». Ethnologue: Languages of the World, (en inglés). SIL International Publications. Consultado el 8 de enero de 2019.
- ↑ Lewis, M.; Paul, Gary F.; Simons, and Charles D. Fennig (2015). «Bashkardi A language of Iran». Ethnologue: Languages of the World, (en inglés). SIL International Publications. Consultado el 8 de enero de 2019.
- ↑ Lewis, M.; Paul, Gary F.; Simons, and Charles D. Fennig (2015). «Bashkardi A language of Iran». Ethnologue: Languages of the World, (en inglés). SIL International Publications. Consultado el 8 de enero de 2019.
- ↑ Галлямов С. А. Основы башкордской индогерманской философии. Уфа: Китап, 2007 ISBN 5-295-03698-7
- ↑ http://bashkurd.narod/ru/zaratushtra.html(недоступная ссылка)
- ↑ Введение в сопоставительное изучение грамматики башкордского, кордского, английского, шумерского языков.Bashkurd/narod/ru
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Bashkardi at Ethnologue (18th ed., 2015)
- Hammarström, Harald; Forkel, Robert; Haspelmath, Martin, eds. (2017). "Bashkardi". Glottolog 3.0. Jena, Germany: Max Planck Institute for the Science of Human History.
- see M. Mayrhofer, in Compendium Linguarum Iranicarum, ed. R. Schmitt, Wiesbaden, 1988, forthcoming, and G. Windfuhr, ibid
- Schmitt, Rüdiger, ed. (1989). Compendium Linguarum Iranicarum (in German). Wiesbaden: Reichert. ISBN 3-88226-413-6.
- Skjærvø, Prods Oktor (1988). "Baškardi". In Yarshater, Ehsan (ed.). Encyclopædia Iranica. London and New York: Routledge. Retrieved December 30, 2018. From what has been published it would seem that North Baškardi is more closely related to its western relatives than to South Baškardi.
- Habib Borjian, “KERMAN xvi. LANGUAGES,” Encyclopædia Iranica, XVI/3, pp. 301-315, available online at http://www.iranicaonline.org/articles/kerman-16-languages
- Галлямов С. А. Основы башкордской индогерманской философии. Уфа: Китап, 2007 ISBN 5-295-03698-7