Бахметев Николай Николаевич

Бахметев Николай Николаевич (17721831), Бахметев 1-се (1812) — рус император армияһының генерал-лейтенанты (1798), Ырымбур, Смоленск һәм Волынск губерналарының хәрби губернаторы, 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡатнашсыһы. Алексей Николаевич Бахметевтың ағаһы.

Николай Николаевич Бахметев 1-се
Тыуған ваҡыты

1772({{padleft:1772|4|0}})

Тыуған урыны

Курск губернаһы

Үлгән ваҡыты

1831({{padleft:1831|4|0}})

Вафат урыны

Курск ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1790—1813 (өҙөклөктәр менән)

Хәрби звание

Генерал-лейтенант

Часть

4-се пехота корпусы
Көнбайыш армия

Командалыҡ итеү

11-се пехота дивизияһы (Рәсәй)

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы:

  • Островно янындағы һуғыш
  • Смоленск янындағы һуғыш (1812)
  • Бородино һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

1772 йылда Курск губернаһының боронғо дворян нәҫеле Бахметев ғаиләһендә тыуған. Был ғаиләлә өлкән ул була. Ата-әсәһе: Николай Иванович Бахметев һәм Наталья Ивановна, ҡыҙ ваҡытындағы фамилияһы Маслова. Хәрби хеҙмәтен 1789 йылда, лейб-гвардия Преображенск полкында сержант дәрәжәһендә башлай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лейб-гвардия Измайлов полкында обер-офицер чиндарын үтә. Шведтар менән алышта ҡатнаша, шул айҡанлы 1790 йылда прапорщик дәрәжәһе ала. 1797 йылда полковник дәрәжәһе ала. Император Павел I хакимлығы ваҡытында, 1798 йылдың 30 майында, генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә һәм Рыльск мушкетерҙар полкы шефы итеп тәғәйенләнә, Изге Иоанн Иерусалим ордены менән бүләкләнә.

Николай Николаевич үҙе, император Павел I, ә аҙаҡ Александр I исеменә, үҙе менән таныштырып, үҙенең тулы титулын түбәндәгесә күрһәтеп яҙа:

Генерал-майор, Ырымбур губернаһының хәрби губернаторы, был губернаның граждандар эше менән идара итеүсе, Ырымбур сик буйы крайы башлығы, инфантерия буйынса Ырымбур инспекцияһы инспекторы,Рыльск мушкетёрҙар полкы шефы, Рәсәйҙең I дәрәжә Изге Анна һәм Мальтийск Изге Иоанн Иерусалим ордендары кавалеры командор Бахметев

Николай Николаевич 1798 йылдың 30 сентябрендә Ырымбур губернаһының хәрби губернаторы итеп тәғәйенләнә. 1801 йылда Ырымбур дворяндар хәрби училищеһы аса. 1803 йылдың декабрендә отставкаға сығарыла, ә 1811 йылдың 20 майында яңынан хеҙмәткә алына һәм ошо уҡ йылдың 28 авгусында Смоленскиҙың хәрби губернаторы итеп тәғәйенләнә.

1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында 1-се Көнбайыш армияһының йыйылма гренадерҙар дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә, һуңынан 1812 йылдың 22 апрелендә Көнбайыш армияһының 4-се пехота корпусы 11-се пехота дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә. Островень, Смоленск янында, Бородино эргәһендә һуғыша. Яуҙа аяғы ҡаты яралана һәм ул һуғыштан сыға. Һауығып сыҡҡандан һуң граждандар хеҙмәтенә күсә. 1813 йылдың 24 апрелендә отставкаға сыға.

1815 йылда Волынь губернаторы итеп тәғәйенләнә.

Ҡатыны — Нарышкина Екатерина Александровна (1791—1821), бригадир Александр Александрович Нарышкиндың кенәз ҡыҙы Варвара Ивановна Белосельская менән никахтан тыуған ҡыҙы (1768—1825); И. А. Нарышкиндың ҡыҙ туғаны. Никахынан балалары булмаған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • В. Г. Семенов, В. П. Семенова. Губернаторы Оренбургского края. — Оренбург: Оренбургское книжное издательство, 1999. — С. 146–154. — 400 с.
  • Словарь русских генералов, участников боевых действий против армии Наполеона Бонапарта в 1812—1815 гг. // Российский архив : Сб. — М.: студия «ТРИТЭ» Н. Михалкова, 1996. — Т. VII. — 311 бит.
  • Бахметев, Николай Николаевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб., 1900. — Т. 2: Алексинский — Бестужев-Рюмин. — С. 604.

Һылтанмалар

үҙгәртергә