Батталов Абдул-Басир Вагидович

Батталов Абдул-Басир Вагидович (21 май 1958 йыл, Түбәнге Дженгутай, Буйнаҡ районы, Дағстан АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй һәм совет классик (грек-рим) стиле көрәшсеһе. Рәсәй спорт көрәше федерацияһының вице-президенты (2011 йылдың 29 декабренән алып)[1].

Батталов Абдул-Басир
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

Батталов Абдул-Басир Вагидович

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған датаһы

21 май 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған ере

СССР, РСФСР, Дағстан АССР-ы, Буйнаҡ районы, Түбәнге Дженгутай ауылы

Спорт карьераһы

1979-1987

Тренеры

Ғайдаров Әхмәт Нагиевич, Борман Владимир Алексеевич, Севрюков Валерий Иванович

Бала сағы

үҙгәртергә

Буйнаҡ ҡалаһында 9-сы һанлы мәктәпте тамамлай. Буйнаҡ һәм Өфө спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

Спортсы карьераһы

үҙгәртергә

Европа чемпионы (1985), СССР чемпионы, донъя чемпионатының көмөш призеры (1985), Донъя кубогын яулаусы (1981, 1984), ике тапҡыр СССР чемпионы (1983, 1985).

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988)[2].

Спорт эшмәкәрлеге тамамланғандан һуңғы карьераһы

үҙгәртергә

1994 йылда Өфө технология сервис институтын тамамлай.

2011 йылдың 29 декабрендә Рәсәй спорт көрәше федерацияһы бюроһының ултырышында федерация вице-президенты итеп һайлана. Был тәғәйенләү төбәктәр менән үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеү өсөн эшләнә (Батталов Волга буйы федераль округы өсөн яуаплы).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә