Баткович (концентрацион лагерь)

Биелина общинаһындағы Биелина ауылында босния сербтары тарафынан Босния һуғышы осоронда ойошторолған һәм 1992 йылдан 1996 йылға тиклем эшләг

Ҡалып:Концлагерь

Баткович — Биелина общинаһындағы шул уҡ исемле — Баткович ауылында босния сербтары тарафынан Босния һуғышы осоронда ойошторолған һәм 1992 йылдан 1996 йылға тиклем эшләгән концентрацион лагерь. Был Босния һуғышы осоронда этник таҙартыу сиктәрендә босния (мосолман) һәм хорват ир-егеттәре, ҡатын-ҡыҙҙары һәм балалар өсөн булдырылған һәм босния сербтары контроле аҫтындағы беренсе концентрацион лагерь тип һанала. Тотҡондар ике ҙур амбарҙа тотолған һәм язалауҙарға дусар ителгән, аҙыҡ һәм һыуҙан мәхрүм ителгән, уларҙы траншея ҡаҙырға, алғы һыҙыҡҡа һуғыш ҡоралдары ташырға, баҫыуҙа һәм заводтарҙа эшләргә һәм һәләк булғандарҙы ерләргә мәжбүр иткәндәр[1]. Улар шулай уҡ көндәлек туҡмауҙарға[2] һәм енси һөжүмгә дусар ителгән.

Хәйер, лагерь 1992 йылдың 1 апреленән июненә тиклем осорҙа булдырылһа ла, уның барлығы сит ил матбуғаты тарафынан 1992 йылдың авгусында ғына раҫланған[3]. Бер төркөм Human Rights Watch хоҡуҡ яҡлылар төркөмө 1992 йылдың авгусында лагерҙа ике тапҡыр булған, уларға тотҡондар менән аралашырға рөхсәт ителгән, ләкин улар ҡоттары алынғанлыҡтан, ниндәй булһа ла мәғлүмәт менән бүлешергә ҡурҡҡан.

Элекке Югославия буйынса халыҡ-ара трибуналының элекке генерал Ратко Младичты Ғәйепләү һығымтаһында лагерь эшләү дәүерендә кәмендә алты тотҡон үлтерелеүе, бик күптәре көсләнеүе йәки күп кенә башҡа физик һәм психологик мәсхәрәләүҙәргә дусар ителеүе тураһында хәбәр ителгән[4]. Босний сығанаҡтары 1992 йылдан башлап 1996 йылдың башына тиклем лагерҙа 80 тотҡон һәләк ителгән тип раҫлай[5].

2012 йылдың 2 мартында концлагерҙың элекке дүрт һаҡсыһы (Джоко Паич, Петар Дмитрович, Джордже Крстич, Любомир Мишич өҫтөнән суд процессы башланды. Уларҙы босний тотҡондарына ҡарата ҡанһыҙ мөғәмәлә итеүҙә ғәйепләйҙәр. Шаһиттар Дмитровичты лагерь коменданты, Паич — вариҫы, Крстич — Паичтың алмашы, ә Мишич һаҡ начальнигы тип таныған[6]. Шаһиттар Дмитровичты лагерь коменданты, Паичты — уның вариҫы, Крстич — Паичтың алмашы, ә Мишичты — һаҡ начальнигы тип таныған[7][8]. Суд ике йылдан артыҡ барған[9].

Икенсе серб, Глигор Бегович, Рогатица 2014 йылдың 28 апрелендәге хәрби енәйәттәрҙә ғәйепләнеп[10][11]. Уның өҫтөнән суд 2014 йылдың 26 ноябрендә башлана. Бегович Баткович концлагерында 1992 йылда босняктарға ҡарата башҡарған енәйәттәрҙә ғәйепләнгән[12]. Ул шулай уҡ башҡа һаҡсылар менән бергә бер нисә тотҡондо үлтергәнсе туҡмауҙа ғәйепләнә[13]. 2015 йылдың 9 декабрендә Бегович 13 йылға иркенән мәхрүм ителә[14].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. FRIENDSHIPS FLOURISHED IN BATKOVIC PRISON CAMP. Sense Agency (3 апрель 2013). Дата обращения: 28 апрель 2019. 2019 йыл 28 апрель архивланған.
  2. id=1PP987m08R8C&pg=PA135&dq=Batkovi%C4%87+Detention+Camp&hl=en&sa=X&ei=0bMwVdqeNezfsAT7roGgCA&ved=0CDMQ6AEwBA#v=onepage&q=Batkovi%C4%87%20Detention%20Camp&f=false The Serbian Project and Its Adversaries: A Strategy of War Crimes. Google Books (2003). Дата обращения: 28 апрель 2019.
  3. War Crimes in Bosnia-Hercegovina, Volume 2. Google Books (1993). Дата обращения: 28 апрель 2019.
  4. ICTY: Ratko Mladić Indictment 33. International Criminal Tribunal for the former Yugoslavia (27 октябрь 2011).
  5. Torture logora Batković prošlo 4.000 osoba. Oslobođenje. Архивировано из оригинала 18 апрель 2015 года.
  6. Svjedok izjavio da je u logoru Sabirni centar konstantno bio tučen i maltretiran. Nezavisne (9 октябрь 2013). Дата обращения: 28 апрель 2019.
  7. Bosniak Prisoner ‘Assaulted’ at Bijeljina’s Batkovic Camp. Balkan Insight (6 март 2014). Дата обращения: 28 апрель 2019.
  8. Počelo suđenje za zločine u logoru Batković. DW.DE (2 март 2012). Дата обращения: 28 апрель 2019.
  9. Šamaran bez razloga. Balkan Insight (6 март 2014). Дата обращения: 28 апрель 2019.
  10. U Rogatici uhapšen Gligor Begović osumnjičen za ratne zločine u Bijeljini. Oslobođenje (28 апрель 2014). Дата обращения: 28 апрель 2019. Архивировано из оригинала 17 апрель 2015 года.
  11. Gligor Begović uhapšen zbog zločina u Batkoviću. Klix (28 апрель 2014). Дата обращения: 28 апрель 2019.
  12. Gligor Begovic. Trial. Дата обращения: 28 апрель 2019. Архивировано 9 апрель 2016 года. 2016 йыл 9 апрель архивланған.
  13. Bosnia Opens Batkovic Prisoner Abuse Trial. Balkan Insight (26 ноябрь 2014). Дата обращения: 28 апрель 2019.
  14. Witness Describes Assault at the Batkovic Detention Camp at Begovic Trial. Justice Report (11 март 2015). Дата обращения: 28 апрель 2019.