Басилевс
Басилевс (бор. грек. βᾰσῐλεύς, βᾰσῐλέως; шулай уҡ басилевс, базилевс, василевс) — Боронғо Грецияла нәҫелдән килгән монарх атамаһы, шулай уҡ византия императорҙары титулы(уларҙа һүҙ башында «в» өнө әйтелә башлаған — василевс)[1].
Басилевс | |
Юрисдикция таралышы | фила[d] |
---|
Терминдың эволюцияһы
үҙгәртергәВ Микен дәүере (б. э. т. XV—XI быуаттар) балсыҡ таҡтасалары буйынса фекер йөрөткәндә, «басилевс» һүҙе юлбашсыға, берләшмә башлығына, монархиянан түбәнерәк власҡа эйә булған кешегә ҡарата ҡулланылған.
Антиклыҡ осоронда басилевс термины «хаким» тигәнде аңлата башлай.
Рим императорҙары шулай уҡ басилевс тип атала, әммә рәсми түгел. Христианлыҡ ҡабул ителгәндән һуң титул ҡулланыу, нигеҙҙә, рим империяһының көнсығыш өлөшөндә тарала, унда грек мәҙәниәтенең көслө йоғонтоһо һиҙелә. Византия императоры Ираклия (610—641 г.) ваҡытында Сәсәниҙәр империяһын емереү менән василевс (дөрөҫөрәге, василевс василеон — «батшалар батшаһы») титулы Византия империяһы хакимының рәсми титулына әйләнә (элек Сәсәниҙәрҙә булған).
Мифик йән эйәһе
үҙгәртергәМикен дәүеренең ҡайһы бер мәғлүмәттәре буйынса, «басилевс» тип шулай уҡ ниндәйҙер мифик грифҡа оҡшаш, бик аҡыллы һәм уңыш килтергән йән эйәһен атағандар. Урта көнсығышта был осорҙа « базилевс» һүҙе менән аҡыл һәм мәғрифәт символы булған арыҫлан кәүҙәле һәм бөркөт башлы йән эйәһе атайҙар. Ул алтын һаҡсыһы тип һаналған.
Галерея
үҙгәртергә-
Сүриә батшаһы Антиох I Сотерҙың көмөш тәңкәһе.Артҡы яғында Аполлон һүрәтләнгән. Грек яҙмаһында ΒΑΣΙΛΕΩΣ ΑΝΤΙΟΧΟΥ (Антиох батшаһы) тип яҙылған.
-
Грек-бактрия/һинд-грек батшаһы Бактрия Агафокл тәңкәһе (б.э.т. 190-180 йй. ) , ул басилевс титулын йөрөткән.
-
Грек-бактрия/һинд-грек батшаһы Бактрия Агафокл тәңкәһе (б.э.т. 190-180 йй. ) , ул басилевс титулын йөрөткән.
-
ЛЕВ VI-нең бронза фоллисы (886-912 йй.). Реверсында латин транскрибацияланған грек атамалары күрһәтелгән.
-
1876 йылғы биш драхмалыҡ тәңкә. Георг I бюсы һәм ΓΕΩΡΓΙΟΣ Α! ΒΑΣΙΛΕΥΣ ΤΩΝ ΕΛΛΗΝΩΝ ("Георг I, эллиндар короле») тигән яҙма.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Brown Roland Wilbur. Composition of Scientific Words: A manual of methods and a lexicon of materials for the practice of logotechnics. — 1956.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- БСЭ|[bse.sci-lib.com/article099249.html Басилей
- Василевс // Православная энциклопедия. Том VII. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2004. — С. 16. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-010-2
- БРЭ Басилей 2022 йыл 8 декабрь архивланған.
- Зайков А. В. Юрисдикция спартанских царей // Античная древность и средние века. Екатеринбург: Уральский университет, 2000. Вып. 31. С. 5-30.
- Зайков А. В. К проблеме дорожной юрисдикции спартанских царей // Античная древность и средние века. Екатеринбург: Уральский университет, 2006. Вып. 37. С. 5-21.
- Drews R. Basileus. The evidence for kingship in geometric Greece. New Haven, 1983.
- Valerian von Schoeffer: Basileus 1). In: Paulys Realencyclopädie der classischen Altertumswissenschaft (RE). Band III,1, Stuttgart 1897, Sp. 55-82.
- Основная отличительная черта басилеев конца Гомеровского периода эллинской истории в сознании их современников