Ведия Барут (төр. Vedia Barut; 14 февраль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}), Никосия, Никосия[d]21 май 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (84 йәш) 14 февраль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}), Никосия, Никосия[d]21 май 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (84 йәш), Никосия, ) беренсе төрөк-кипр бизнес-ледиһы.[1]

Барут Ведия
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Кипр Республикаһы
Тыуған көнө 14 февраль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Никосия, Никосия[d], Кипр Республикаһы
Вафат булған көнө 21 май 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (84 йәш)
Һөнәр төрө эшҡыуар

Биографияһы

үҙгәртергә

Ведия Барут Никосияла 1919 йылдың 14 февралендә тыуа. Изге София мәсете баш имамы Мәхмәт Рәджәп Бәй һәм хужабикә Әминә Ханымдың өс балаһының икенсеһе була. Ул 3 йәшендә уҡый башлай, ә 9 йәшендә скрипкала уйнарға өйрәнә, Аясофия башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Һуңынан ул ҡыҙҙар өсөн урта мәктәп — Викторияны тамамлай һәм фармацевт карьераһын дауам итергә теләй, әммә Британия хөкүмәте ул ваҡытта сәйәсәтен үҙгәрткәнлектән һәм Кипр дауаханаһында фармацевтика әҙерлеген ҡабул итмәгәнлектән, уның өмөттәре юҡҡа сыға. Яуап итеп, уның ағаһы атаһын магазин асыуға күндерә.[2]

Был магазин 1937 йылда асыла. Бындай аҙым патриархаль йәмғиәттә бик ҡапма-ҡаршылыҡлы булып сыға., «Söz» гәзитенә мәҡәләләр яҙған Митхат Бәй, яңы асылған сауҙа йортона ошондай кире ҡарашты дөрөҫ түгел, тип ҡабул итә һәм Баруттың ысын яҡлаусыһы булып китә, ахыр сиктә был хәл йәмғиәттә танылыу ала. Барут үҙ бизнесында 2003 йылға тиклем эшләй, ә бит 1980-се йылдарҙағы янғын уның магазинын юҡҡа сығарған була һәм улының ярҙамы менән Барут яңы магазин асырға мәжбүр була. Тәүҙә ул ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшаған аҙыҡ-түлек менән сауҙа итә башлай, әммә артабан канцелярия тауарҙарын һатыуға күсә, һәм Икенсе донъя һуғышы ваҡытында уның магазины рәсми рәүештә канцелярия тауарҙарын һатыусы берҙән-бер сауҙа нөктәһе була. Шулай итеп ул Кипрҙағы ике община араһында бәйләнеште нығытыуға булышлыҡ итә. 1980-се йылдарҙағы янғындан һуң ул тик гәзиттәр генә һатыу менән шөғөлләнә.

Берут шулай уҡ төрөк-кипр театрының тәүге актрисаларының береһе була. Магазинын асыр алдынан ул дуҫтары менән бергә ойошторған һәүәҫкәр төркөм менән «Ашик Гарип» тип аталған популяр төрөк пьесаһын экранлаштыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Yitirdiklerimiz: Vedia Barut. Kıbrıs (13 июль 2016). Дата обращения: 24 июль 2016. Архивировано 20 август 2016 года.
  2. Vedia Barut. Yaşamın Mutfağında Documentary, BRT. Дата обращения: 24 июль 2016. Архивировано 21 май 2015 года.