Барлыбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Барлыбай — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәБарлыбай исеме башҡорт теленән ингән һәм барлы + бай тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәБарлыбай Сагнаев Нойбранденбург ҡалаһына 1945 йылда совет ғәскәрҙәре тарафынан фашист оккупацияһынан азат ителгәс ҡала башлығы итеп ҡуйыла.
Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (5 ғинуар 1944 йыл — 18 март 2020 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы уҡытыусыһы. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты (1999—2003). Иҡтисад фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993).
Барлыбаев Әҙеһәм Әғзәм улы (30 август 1958 йыл) — иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015).
Мәжитов Хәсән Барлыбай улы (18.10.1923), педагог, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1972 йылдарҙа Күгәрсен районы мәғариф бүлеге мөдире. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Кугәрсен райондың һәм Мораҡ ауылының почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |