Бамбук велосипед проекты
Бамбук велосипед проекты (Bamboo Bike Project) 2007 йылда Колумбия университетының Lamont-Doherty Earth Observatory ғалимдары Дэвид Хо һәм Джон Маттер тарафынан Ер институты аҡсаһына башлана. Проекттың төп маҡсаты — Африка эшҡыуарҙарына бамбуктан арзан һәм ныҡлы велосипедтар етештереү фабрикалары асырға ярҙамлашыу һәм шул юл менән Ҡара Африка ауылдарында фәҡирлекте кәметеү (тағы ла урындағы оҫталарҙы велосипед яһарға өйрәтеү, кәрәкле запас частар менән тәьмин итеү маҡсаттары ла бар)[1][2][3][4][5][6].
Бамбук велосипед проекты | |
Тип |
коммерсияла булмаған ойошма |
---|---|
Барлыҡҡа килеү йылы |
2007 |
Нигеҙ һалыусылар |
Дэвид Хо һәм Джон Маттер |
Урынлашҡан урыны | |
Эшмәкәрлек сфераһы |
велосипедтар етештереүҙә социаль эшҡыуарлыҡ |
Слоган |
Made in Africa, for Africa |
Веб-сайт |
Тарихы
үҙгәртергә2006 йылда Дэвид Хо Африкалағы фәҡир илдәр өсөн бамбук велосипедтар яһау концепцияһын эшләүгә Earth Clinicтың 25 мең долларлыҡ грантын ота. 2007 йылдың йәйендә Хо менән уның коллегаһы Джон Маттер башланғыс капиталды, Ганаға барып, урындағы материалдарҙан бамбук велосипед етештереү мөмкинлеген өйрәнеүгә тотона. Уңышлы сәфәрҙән һуң Bamboo Bike Project 2008 йылда көсөн Millennium Cities Initiative менән берләштерә лә Кумасиҙа велосипед фабрикаһын асып ебәрә. Аҙаҡ проектҡа Мартин Одлин ҡушыла, элек ул K2 Sports тигән Америка компанияһында дизайнер һәм инженер булып эшләгән була[7][8].
Кумасиҙағы фабрика проектының рентабеллелеген һәм инвестицион ылыҡтырғыслығын — KPMG компанияһы, ә Кисумуҙағы ошондай уҡ фабрика проектыныҡын Колумбия университетының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр мәктәбе студенттары өйрәнә[9].
Кумасиҙағы завод эшҡыуар Кваме Сарпонгтың Bamboo Bikes Limited тигән урындағы компанияһына инә (предприятиеның проект ҡеүәте — йылына 20 мең бамбук велосипед). Заводтың продукцияһын коммерцияға ҡарамаған ойошмалар бөтә илгә тарата[10][11].
Иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығы
үҙгәртергәБамбук — велосипед рамы яһау өсөн бына тигән материал. Африкаға Ҡытайҙан һәм Һиндостандан импортланған велосипедтарҙың сифатһыҙ ҡоростан яһалған рамы менән сағыштырғанда, бамбук үҫентеләренән эшләнгән рам күпкә ныҡлыраҡ. Бамбуктан велосипед эшләүгә, ҡорос конструкциялыға ҡарағанда, ҡорамал да, энергия ла, капитал да әҙерәк талап ителә. Бамбук Африкала бөтә ерҙә лә үҫә, ул ҡитғаның күп төбәктәрендә еңел табыла торған арзанлы материал булып тора.
Бамбуктан рам яһағанда тотороҡло электр энергияһы сығанағы ла кәрәк түгел, был уны хатта инфраструктураһы булмаған иң фәҡир ауылдарҙа ла етештереү мөмкинлеген бирә. Урындағы бамбук крәҫтиәндәрҙе һәм йөк ташыусыларҙы эшле итә, иҡтисади үҫеште һәм экологик тотороҡлолоҡто тәьмин итә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ The Ghana Bamboo Bikes Initiative (ингл.). United Nations Framework Convention on Climate Change. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Cogito Conversation: David Ho, Environmental Scientist with a New Spin on Bikes (ингл.). Center for Talented Youth, Johns Hopkins University. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ 3,0 3,1 Production Starts on Sustainable Bamboo Bikes in Ghana (ингл.). Earth Institute. Columbia University. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Bamboo Bike To Help Build Sustainable Industry (ингл.). Columbia Record. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Bamboo Bike Project (ингл.). Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ In Africa, big plans for bamboo bikes (ингл.). BBC. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Seed Funding Competition Year 2006 – 2007 (ингл.). The Earth Institute. Columbia University. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ About (ингл.). The Millennium Cities Initiative. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ On your bike (ингл.). The Economist. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Bamboo Bike Project Blog (ингл.). Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Bamboo Bikes Initiative: Ghana (ингл.). AllAfrica. Дата обращения: 18 май 2015.